Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Февраль 2021, 14:30

Сит биләмәлә... балалар баҡсаһы

Был хатаның ни сәбәпле килеп сығыуын бер кем дә аңлата алмай. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса, биләмә буш иҫәпләнгән...

Стәрлетамаҡ районында хакимиәт менән предприятие араһындағы бәхәскә ҡасан нөктә ҡуйылыр? Балалар баҡсаһы төҙөлөп бөткәс, биләмәнең яңы хужаһы табылған. Сабыйҙар хәҙер баҡсаға йөрөүҙән мәхрүм.
Асыҡланыуынса, был ер биләмәһе ауыл хужалығы предприятиеһыныҡы булып сыҡҡан. Тик ни өсөндөр ер хужаһы бығаса өндәшмәгән, дәғүә белдермәгән, балалар баҡсаһы төҙөлөп бөтөп, кескәйҙәрҙе ҡабул итә башлағас ҡына иҫенә төшкән. Ата-әсәләрҙең әйтеүенсә, суд экспертиза билдәләгән. Был хатаның ни сәбәпле килеп сығыуын бер кем дә аңлата алмай. Росреестр мәғлүмәттәре буйынса, биләмә буш иҫәпләнгән. Әгәр ҙә суд предприятие хоҡуғын яҡлаһа, законһыҙ төҙөлгән бинаны һүтеүҙәре ихтимал. Ҡыҙғаныс, кескәйҙәр көтөп алынған баҡсанан ҡолаҡ ҡағасаҡ.
Фото: BashNews.
Читайте нас: