Социаль мәсьәлә
3 Февраль 2021, 16:00

Ҡурай формаһы һаҡланған

Силәбе өлкәһендә Өфө эргәһендәге кеүек ковид-госпитале проекты буйынса яңы йоғошло ауырыуҙар үҙәген төҙөнөләр. Тәүге пациенттарҙы бында былтыр ноябрь уртаһында уҡ ҡабул иткәйнеләр.

Силәбе өлкәһендә Өфө эргәһендәге кеүек ковид-госпитале проекты буйынса яңы йоғошло ауырыуҙаря үҙәген төҙөнөләр. Тәүге пациенттарҙы бында былтыр ноябрь уртаһында уҡ ҡабул иткәйнеләр. Клиника 500 урынға иҫәпләнгән. Штатта 200 тирәһе медицина хеҙмәткәре бар.
Силәбе өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау министрлығында “Эхо Москвы в Уфе”гә хәбәр итеүҙәренсә, объект 74 көндә төҙөлгән. Шул уҡ ваҡытта проектҡа һиҙелерлек кенә үҙгәрештәр индерелгән. Әммә силәбеләр ҡурай формаһын ҡалдырған. “Беҙ күрше төбәктәрҙә нимә барғанына иғтибар итәбеҙ. Башҡортостанда дауахана комплексы төҙөлгәндә, белгестәребеҙ уның нисек атҡарғанлығын ҡараны. Сыҡтылар, был проектты өйрәнделәр. Аҙаҡтан ошондайыраҡ төҙөлөштө ҡараныҡ”, – тип белдергән министрлыҡтың матбуғат хеҙмәткәре Марина Сергеева.
Йыл аҙағында Ульяновск өлкәһенән делегация ла республикалағы йоғошло ауырыуҙар үҙәктәре төҙөлөшө менән танышҡайны. Ульяновск өлкәһе Хөкүмәте рәйесе Александр Смекалин, төҙөлөш һәм архитектура министры Константин Алексич һәм Һаулыҡ үҫеше департаменты директоры Олеся Колотик-Каменева күптән түгел төҙөлгән Стәрлетамаҡ клиника-диагностикалау инфекция госпитален яҡшылап ҡарағайны.
Александр Смекалин төбәктең тәжрибәһен алыу ниәте хаҡында әйтте. Ульяновск өлкәһе – уны нигеҙгә алған 15-се үҙәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 декабрҙә Стәрлетамаҡта Башҡортостандағы икенсе инфекция үҙәге файҙаланыуға тапшырылғайны. Уның төҙөлөшө өсөн Башҡортостан бюджетынан 2,195 миллиард һум бүленгән, уларҙың 1,4 миллиард һумы – инженер-төҙөлөш эштәренә, 795,6 миллион һумы медицина һәм башҡа ҡорамалдар, мебель һәм башҡалар өсөн бүленгән.
Фото: видеонан скриншот.
Читайте нас