Социаль мәсьәлә
5 Февраль 2021, 10:30

Ауырлы ҡатындар өсөн түләү

Башҡортостандан Инга Юмашева һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары илдәге ауырлы ҡатындарға 20 мең һум түләү тураһындағы закон проектын әҙерләй.

Башҡортостандан Инга Юмашева һәм Рәсәй Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары илдәге ауырлы ҡатындарға 20 мең һум түләү тураһындағы закон проектын әҙерләй.
Авторҙар ауырлы ҡатындарға йыл ярым дауамында ай һайын түләнә торған махсус сертификат бирергә тәҡдим итә. Был хаҡта News.ru баҫмаһы яҙа.
Инга Юмашева, Николай Земцов һәм Петр Толстой был документ ҡатындарҙың матди хәлен яҡшыртып ҡына ҡалмаясаҡ, демографияға ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип һанай. Документтарҙы Дәүләт Думаһының яҙғы сессияһына тәҡдим итмәкселәр.
Фото: progrud.com
Читайте нас