Социаль мәсьәлә
7 Февраль 2021, 14:30

Подъездарҙы ремонтлау дауам итә

Баш ҡала йорттарының 31 подъезында төҙөлөш-монтаж эше башланған да инде...

“Беҙ подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһын тормошҡа ашырыуҙы дауам итәбеҙ, - тип белдергән социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров. - Республика һәм муниципалитеттар бюджетында ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, 2021 йылда был эшкә 222,2 миллион һум аҡса бүлдек. Был аҡсаға 112 йорттағы 306 подъезды, шул иҫәптән Өфөләге 95 йортта 260 подъезды, тәртипкә килтерәсәкбеҙ.
Баш ҡала йорттарының 31 подъезында төҙөлөш-монтаж эше башланды. Программа ҡабул ителгәндән алып ике йыл эсендә 2069 йортта 6181 подъезд ремонтланды.”
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас