Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Янғантау” шифаханаһының генераль директоры Альфред Аҡбашев менән осрашты. Улар учреждениеның былтырғы эш йомғаҡтары һәм 2024 йылға тиклемге үҫеш мәсьәләләре буйынса фекер алышты.
Альфред Аҡбашев әйтеүенсә, коронавирус пандемияһына ҡарамаҫтан, 2020 йылда шифахана эшен дауам иткән.
"Беҙ “Янғантау”ҙың эш сифатын яҡшыртыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ, – тине ул. – Коронавирус менән сирләгәндәр өсөн ике реабилитация программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Махсус аппарат һатып алдыҡ".
Былтыр ковид менән ауырып һауыҡҡан кешеләрҙе реабилитациялау программаһына ярашлы “Янғантау”ҙа 72 кеше сәләмәтлеген нығытҡан, шуларҙың 12-һе – эш бурыстарын үтәүгә бәйле бирелгән бушлай сертификат буйынса.
Шифахана үҙ производствоһын әүҙем үҫтерә. Быйыл бында “Ҡорғаҙаҡ” минераль һыуын ҡойоу буйынса автоматлаштырылған яңы линия сафҡа индерелә. Тиҙҙән 30 фатирлыҡ йорт файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Киләсәктә заманса күңел асыу комплексы төҙөргә һәм бассейнды яңыртырға ниәтләйҙәр. Глэмпингтар ойоштороу туристарҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итеүгә этәргес бирәсәк.
Республика Башлығы 2024 йылға тиклем шифахананы үҫтереү концепцияһын әҙерләргә ҡушты.
"Уҙған йыл бөтә шифаханалар өсөн дә ябай булманы. Уны имен үткәргәнегеҙ, үҙенсәлекле белгестәр коллективын һаҡлап ҡалғанығыҙ өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Минераль һыу ҡойоу тәжрибәгеҙ башҡа шифаханаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра. Ә инде “Янғантау” геопаркын уңышлы үҫтереү байтаҡ төбәктәрҙең һәм илдәрҙең иғтибарын йәлеп итә".