Социаль мәсьәлә
9 Февраль 2021, 17:30

Һәр саҡ ярҙам итергә ынтылған

Пандемия башланыу менән Өфөнән Гүзәл Норотлинова ирекмәндәр рәтенә ингән.

Пандемия башланғас, Өфөнән Гүзәл Норотлинова ирекмәндәр рәтенә ингән.
Гүзәл үҙ ирке менән Ковидҡа ҡаршы хәл-торош үҙәгендә оператор сифатында көнөнә республикала йәшәгәндәрҙән төрлө һорауҙар буйынса 100-ҙән ашыу шылтыратыу ҡабул иткән. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, ярҙамға мохтаждарға терәк булыу һәр саҡ күңелендә булған.
Гүзәл Норотлинова яңғыҙы ике ҡыҙ – алты йәшлек Самираны һәм ун йәшлек Камиланы – тәрбиәләй. Киләсәктә улар ҙа әсәһе кеүек әүҙем булмаҡсы. “Коронавирустың беренсе тулҡынында балалар менән ауырыныҡ. Пандемияға тиклем үҙебеҙҙең матурлыҡ салоны бар ине. Көрсөк сәбәпле уны ябырға тура килде. Ул саҡта үҙем ярҙамға мохтаж инем. Булышлыҡ иттеләр. Хәҙер минең кемгәлер ярҙамым тейер ваҡыт етте”, – ти ҡатын.
Ярты йылдан ашыу 31 йәшлек Гүзәл аҙыҡ-түлек йыйылмаларын, ковидҡа ҡаршы дарыуҙар ташыған. “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Такси. Хәстәрлек” проектына ярашлы табиптарҙы өйөнән эшкә тиклем йөрөткән. “Гүзәл – “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенең иң әүҙем ирекмәндәренең береһе. Ҡатын-ирекмән – бик һирәк күренеш”, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.
Әле ирекмәндәрҙең эше аҙайған, әммә оло йәштәгеләр мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, Гүзәл Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ираида Уграновичҡа аҙыҡ-түлек йыйылмаһы ташый.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Читайте нас