Социаль мәсьәлә
10 Февраль 2021, 10:42

Аҡ халатлы “фәрештә"

Яңы Шишмә ауылы фельдшеры Эльвира Фуат ҡыҙы Ғәлиеваны урындағы халыҡ, яратып, “аҡ халатлы фәрештә” тип йөрөтә. Ошо ауылда тыуып үҫә ул. Благовещен ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә.

Яңы Шишмә ауылы фельдшеры Эльвира Фуат ҡыҙы Ғәлиеваны урындағы халыҡ, яратып, “аҡ халатлы фәрештә” тип йөрөтә. Ошо ауылда тыуып үҫә ул. Благовещен ауылында урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ медицина училищеһына уҡырға инә.


– Ул саҡта Липовкала табиплыҡ амбулаторияһы бар ине, шунда эшкә ҡайтырмын тип хыялланып йөрөй инем, әммә донъялар үҙгәреп китте, амбулаторияны ябып ҡуйҙылар. Башта Шәрәй ауылында, һуңынан Липовкала фельдшер булып эшләнем. Бына хәҙер 18 йыл инде тыуған ауылымда, – ти 30 йыл хеҙмәт стажына эйә булған Эльвира Ғәлиева.
Нисәмә йыл утын яғып йылытылған, яраҡлаштырылған бинала ауырыуҙарҙы ҡабул итергә мәжбүр булған фельдшер яҡты, йылы, иркен бинаға күсеүҙәренә һөйөнөп бөтә алмай. Эшләү өсөн уға барлыҡ уңайлы шарттар ҙа булды­рылған.
– Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ, ул фәрештәләй изге күңелле кеше, көн тип тормай, төн тип тормай, һәр саҡырыуға барып етә һала, дарыуҙар, уколдар менән дә, яғымлы һүҙҙәре менән дә беҙҙе дауалай, – ти ошо ауылда йәшәүсе пенсионер Мәүлиҙә Сәлихова.
Уның һүҙҙәренә ике бала әсәһе Лүзиә Ғарифуллина ла ҡушыла:

– Балаларым бәләкәй саҡтарында йыш сирләне, шул саҡта Эльвира апайҙың ярҙамы ҙур булды. Бөгөн олоһо – 6-сы, кесеһе 2-се класта уҡып йөрөй. Юҡ-юҡта әле лә ауырып алалар һәм тәү сиратта Эльвира Фуат ҡыҙына мөрәжәғәт итәбеҙ, ярҙамы өсөн ҙур рәхмәт уға, – ти йәш әсә.
Фельдшер ҡарамағында 161 кеше һәм шуларҙың 20-һе – балалар, 13 кеше – инвалид.
Эльвира Фуат ҡыҙы билдәләүенсә, уға быуын ауырыуҙары, ҡан баҫымы күтәрелеүе, һыуыҡ тейеү кеүек сирҙәр менән йышыраҡ мөрәжәғәт итәләр. Ул, һәр пациентты ихлас ҡабул итеп, барыһын да һауыҡтырыу сараһын күрә. Эйе, ауылдарҙағы халыҡтың һаулығы тап ошондай фельдшерҙар ҡулында ла инде.
Читайте нас