Лилиә Йомағолова алты йәшлек улы менән яңы фатирлы булды. Әсәнең шатлығын һөйләп аңлатырлыҡ түгел, өҫтәүенә улар үҙҙәренең яратҡан биҫтәһендә – Дим районында йәшәйәсәк.
Ғаиләнең күптәнге хыялын Өфө ҡала советы депутаты Филүс Ишбулатов тормошҡа ашырған. Йомағоловтар ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға күптән мохтажлыҡ кисергән. Улы Богдандың сәләмәтлегендә проблемалар асыҡланыу сәбәпле, ғаилә сираттан тыш фатир алыуға мохтаждар исемлегенә индерелә. “Сираттан тыш “ фатир алыуҙың күпмегә һуҙылыуы билдәһеҙ. Лилиә башҡаларҙың өлөшөнә төшөп, үҙенә тәү сиратта биреүҙәрен һорап йөрөмәҫкә, сабыр ғына көтөргә була.
“Өфөлә меценатлыҡ һәм хәйриәлектең бай традициялары билдәле. Ул бай дворяндар һәм купецтарға тиңләшеп булмаһа ла, мин дә был эшкә үҙ өлөшөмдө индерергә булдым, - ти Өфө ҡала советы депутаты Филүс Ишбулатов. - 19 йыл буйына төҙөлөш бизнесы менән шөғөлләнәм һәм һәр саҡ кешеләргә ярҙам ҡулы һуҙырға тырышам. Ҡала хакимиәтендә ғаиләнең проблемаһы хаҡында ишеткәс, Лилиә һәм уның улы Богданға ярҙам итергә булдым. Уларға яңы йортта сәләмәтлек һәм именлек теләйем.”