Социаль мәсьәлә
15 Февраль 2021, 17:30

Асарбаҡтарға йылы кейем кәрәк

17 февралдә Өфөлә ниндәй акция көтөлә?

17 февралдә Өфөнөң Совет районында – Карл Маркс урамы һәм Ибраһимов бульвары киҫелешендә - сәғәт 12-нән 13.00 сәғәткә тиклем мәрхәмәтлек акцияһы үткәреләсәк.
Республика комплекслы социаль үҙәк белгестәре йәшәр урындары булмаған кешеләргә ашығыс социаль ярҙам күрһәтәсәк. Асарбаҡтар ҡайнар аш, йылы кейем-һалым, аяҡ кейеме менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ улар юридик, психологик ярҙам аласаҡ.
Акцияға теләгән һәр кем ҡушыла ала. Төрлө сәбәп менән урамда ҡалған кешеләрҙең яҙмышына битараф булмайыҡ, ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек. Кейем-һалымдың яңы булыуы мотлаҡ түгел, ҡышҡы һыуыҡта уларға йылы кейем бик кәрәк. Комплекслы үҙәктең телефоны - 8-347-287-28-66.
Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Читайте нас