Социаль мәсьәлә
17 Февраль 2021, 17:30

Башҡортостан - Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә

Мәктәптәрҙәге стоматология кабинеттарының барыһы ла берҙәм стилдә эшләнгән, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Баймаҡтағы 2-се мәктәптә заманса стоматология кабинеты асылды.
Ул барлыҡ диагностикалау һәм дауалау ҡоролмалары менән тәьмин ителгән. Был хаҡта күрһәтмәне республика Башлығы Радий Хәбиров былтыр сентябрҙә Баймаҡҡа барғанында биргәйне.
Мәктәптәге стоматология кабинеттары – “Юғарыға ос!” мәғариф проекты өлөшө. Башланғысты республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы тормошҡа ашыра. Кабинеттарҙың барыһы ла берҙәм стилдә эшләнгән, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған. Проект төбәктәге 61 мәктәптә тормошҡа ашырыла. Өҫтәүенә был һан даими үҫә. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә лидерҙар рәтендә.
Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.
Читайте нас