18 февралдә Андрей Назаров Рәсәй Федерацияһы Президенты Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Һаулыҡ һаҡлауға тос өлөш индергән өсөн Ҡырым Лукаһы миҙалы менән Йылайыр үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы бүлексәһе фельдшеры Оксана Рачкова бүләкләнде. Барлыҡ дәүләт наградалары ла медицина хеҙмәткәрҙәренә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә индергән өлөш өсөн тапшырылды.
Үҙенең сәләмләү һүҙендә Андрей Назаров республикалағы барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт белдерҙе һәм был тантананың Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан тиккә үткәрелмәүе хаҡында әйтте.
"Һеҙҙе был залға йөрәгебеҙҙән сыҡҡан рәхмәтте әйтеү өсөн саҡырҙыҡ", – тип белдерҙе Хөкүмәт етәксеһе. Ул республикала барлыҡ хеҙмәттәрҙең дә коронавирус инфекцияһына ҡаршы мобилләшеүе, әммә төп йөктөң табиптар иңенә төшөүе хаҡында белдерҙе.
Пандемия осоронда Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытта махсуслашҡан койкалар фонды барлыҡҡа килде, дарыуҙар һәм ҡоролмалар һатып алынды, медицина хеҙмәткәрҙәре уҡыу үтте. Рекордлы ваҡыт эсендә ике COVID-госпитале төҙөлдө. Ковидҡа ҡаршы хәл үҙәге асылды һәм эшләй башланы. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып халыҡты вакцинациялауға күсте.
Премьер-министр 2021-ҙең Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеүе, яҡын йылдарҙа республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә етди үҙгәреүҙәр буласағы хаҡында йәнә иҫкә төшөрҙө.
"Беренсел звеноны заманлаштыра башлайбыҙ. Биш йылда Федераль үҙәк ярҙамында 500-ҙән ашыу медицина ойошмаһы төҙөйәсәкбеҙ. Беҙҙә йәшәгәндәр яңыртылған дауаханаларҙа, поликлиникаларҙа һәм ФАПтарҙа сифатлы медицина ярҙамын аласаҡ", – тине Андрей Назаров.
Ул тағы бер тапҡыр залда йыйылғандарҙы тәбрикләне һәм ошондай һөҙөмтәле һаулыҡ һаҡлау системаһы менән иң ауыр мәсьәләләрҙең дә үтәләсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: республика Хөкүмәте.