20 февралдә Урал аръяғы буйлап эш сәфәрендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Сибай филармонияһының үҙгәртеп ҡоролоуын һәм Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшөн ҡараны.
Премьер-министр ике объектта ла атҡарылған эштәрҙең сифаты, ваҡыты менән ҡәнәғәт ҡалманы.
Сибай концерт-театр берекмәһенең (филармония) бинаһын үҙгәртеп ҡороу 2019 йылдың февралендә башланғайны һәм былтыр ноябрҙә тамамланырға тейеш ине.
Иҫке Сибайҙа мәктәп төҙөлөшө былтыр июндә башланғайны. 2020 йылда беренсе ҡат өлөшө генә күтәрелгән. Бөгөнгө көнгә нигеҙ ҡоролошо буйынса эштәр тамамланмаған, төҙөлөш материалдарын ташыу менән дә проблемалар бар. Андрей Назаров төҙөүселәрҙе эштең ваҡытында һәм сифатлы атҡарылмауы өсөн тәнҡитләне. Ул барлыҡ төҙөлөш объекттарына, бигерәк тә социаль йүнәлешлеләренә, бар кимәлдә ҡаты контроль кәрәклеге хаҡында әйтте.
Премьер-министр белдереүенсә, заманса концерт майҙансығы Урал аръяғына бик кәрәк. Ул төҙөүселәргә проектты файҙаланыуға тапшырыу ваҡытын 2021 йылдың майы тип билдәләне.
Иҫке Сибайҙа мәктәпте сафҡа индереү ваҡыты ла үтәлмәгән. Бөгөн ышаныслы субподрядсы тәғәйенләнгән, объектта эштәр барышы яҡшырған. Уны файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты – 2021 йылдың 1 авгусы.
"Быйыл 1 сентябрҙә балалар мәктәпкә барырға тейеш. Әгәр объект ниндәйҙер сәбәптәр менән ошо ваҡытҡа әҙер булмаһа, яуаплы кешеләр үҙ урынында эшләмәйәсәк", – тине Андрей Назаров.
Иҫке Сибай ҡалаһында спорт менән шөғөлләнеү өсөн хоккей ҡабы төҙөү планлаштырыла.
Фото: республика Хөкүмәте.