19 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһында булды.
Ул башта Сибай ҡала дауаханаһында булды. Кисә учреждениела Төбәк тамырлы үҙәк асылған. Унда киҫкен коронар синдромлы сирлеләргә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Шуға бында кардиология һәм рентгенэноваскуляр бүлексәләр ҡаралған.
Рентгенэноваскуляр бүлексәлә заманса ангиографик комплекслы рентген һәм хирургия операциялар эшләү урыны бар. Был иһә юғары технологиялы операциялар эшләргә булышлыҡ итәсәк. Ошондай профилдәге операциялар эшләү урыны – был төбәктә берҙән-бер.
Андрей Назаровтың белдереүенсә, пандемия шарттарына ҡарамай, республикала һаулыҡ һаҡлау тармағының башҡа йүнәлештәре иғтибарһыҙ ҡалмай. Быға Сибайҙағы әлеге үҙәктең асылыуы – сағыу миҫал.
"Урал аръяғында яңы объекттар төҙөлөшө буйынса ҙур пландар етерлек. Был яҡтың баш ҡалаһы кеүек булған Сибай – республика Башлығы Радий Хәбировтың һәм Хөкүмәттең иғтибар үҙәгендә. Бөгөнгө сәфәр ҙә күп осраҡта әлеге үҙәкте асыуыбыҙ менән бәйле. Сибай табиптарының заманса ангиограф менән дауалай һәм операциялар эшләй аласағына шатбыҙ. Был үлем осраҡтарын кәметеү мөмкинлеген бирәсәк", – тип белдерҙе Премьер-министр.
Киләһе объект Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы булды. Унда коллективты уҡыу йортоноң яңы директоры Илдар Хәмитов менән таныштырҙылар.
Ошо уҡ көндә республика Премьер-министры Сибай ҡалаһы Советы сессияһында ҡатнашты. Андрей Назаров үҙ докладында Сибайҙың комплекслы баһалау һөҙөмтәһендә ҡала округтары араһында алтынсы урын биләүе хаҡында әйтте. Ул шулай уҡ яҡын арала биләмәлә тормошҡа ашырыласаҡ ҙур проекттар хаҡында ла белдерҙе. Премьер-министр Сибайҙың социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алыу өҫтөндә әүҙем эш алып барыуы тураһында әйтеп үтте.
"Алда ҙур мәсьәләләр тора: Башҡортостан Рәсәйҙең биш төбәге араһына инергә тейеш. Башҡорт Урал аръяғы ла иҡтисадтың йылдам тиҙлек менән үҫешенә ярҙам итергә тейеш", – тине Андрей Назаров.
Фото: республика Хөкүмәте.