Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Февраль 2021, 20:30

Тағы хаҡ артҡан

Водителдәр был яңылыҡты нисек ҡабул итер?

Баш ҡалала бензинға хаҡтар яңынан артҡан, “Башнефть” яғыулыҡ ҡойоу станцияларында уның бер литры 30 тингә күтәрелгән, тип хәбәр рәсми сығанаҡтар.
Водителдәр был яңылыҡты нисек ҡабул итер? Кеҫәгә ҡаты һуҡмаҫмы?
Хәҙер АИ-92 бензинының бер литры - 43,05 һум, АИ-92 ATUM – 43-65, АИ-95 маркаһы 46,25 һум тора. Дизель яғыулығына хаҡ үҙгәрешһеҙ ҡалған – бер литры 47,70 һум. “Лукойл” заправкаларында бензинға хаҡтарҙың бер ай эсендә ике рәт күтәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Фото: UfaTime.ru
Читайте нас: