Социаль мәсьәлә
24 Февраль 2021, 18:40

Торлаҡһыҙ ҡалғандарға ярҙам күрһәтелә

Ултырышта граждандарға дәүләт торлаҡ сертификаттары биреү тәртибе раҫланды.

24 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Президиумы ултырышын үткәрҙе. Унда ғәҙәттән тыш хәл йәки стихия ҡазаһы һөҙөмтәһендә торлаҡһыҙ ҡалған граждандарға дәүләт торлаҡ сертификаттары биреү тәртибе раҫланды.
– Бындай дәүләт ярҙамы сараһы федераль кимәлдә ҡаралған һәм федераль ҡаҙна иҫәбенә тормошҡа ашырыла, – тине төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. – Республика кимәлендә беҙ исемләнгән дәүләт торлаҡ сертификатына эйә булғандарға республиканың дәүләт торлаҡ фондынан торлаҡ бирергә йәки уны һатып алыу өсөн социаль аҡса түләү мөмкинлеген күҙалларға тейешбеҙ.
Андрей Назаров билдәләүенсә, сертификат Башҡортостан Республикаһының торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу идаралығы бирә, уның ғәмәлдә булыу ваҡыты – бер йыл.
– Элегерәк был мәсьәлә бөтөнләй көйләнмәй ине. Хәҙер ошо программа ярҙамында беҙ был өлкәне тәртипкә килтереп, һөҙөмтәлерәк эшләйәсәкбеҙ, – тип һүҙен йомғаҡланы Премьер-министр.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас