Бөгөн, 27 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы төҙөлөшө барышын ҡараны. Билдәле булыуынса, ул хәйриә аҡсаһы иҫәбенә төҙөлә һәм ҡаланың көньяҡ өлөшөндә, “Мега” сауҙа-күңел асыу үҙәге артында урынлашҡан.
Хоспистың бурысы – дауалап булмай торған сирле өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү. Учреждениела ауырыуҙарҙы ҡарау өсөн уңайлы шарттар булдырыласаҡ, ә пациенттарҙың яҡындары, туғандары уның ярҙамында кәрәкле социаль хәл алыу мөмкинлеге аласаҡ.
Биналар комплексын төҙөү 2020 йылда башланғайны. 2,37 гектарлыҡ майҙанда өс корпус барлыҡҡа киләсәк: балалар һәм өлкәндәр бүлексәләре, административ-медицина блогы. Объект 60 урынға иҫәпләнгән: өлкәндәр өсөн - 40 һәм балаларға - 20. Һәр блокта саф һауала йөрөү зоналары, ә балалар бүлексәһендә уйын майҙансыҡтары буласаҡ. Хоспистың дөйөм биналары майҙаны 10,8 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.
Әлеге ваҡытта вертикаль планлаштырыу һәм кирбес һалыуҙың ҙур өлөшө башҡарылған. Яҡын арала белгестәр эске эштәргә тотонасаҡ, инженер селтәрҙәре үткәрә башлаясаҡ. Хосписты техник асыу быйыл көҙгә планлаштырылған.
"Был - республика өсөн төҙөлгән беренсе хоспис. Беҙҙә паллиатив ярҙамға 20 мең өлкән кеше һәм 700 бала мохтаж. Ошо тармаҡта эшләгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар коллективтары исеменән Башҡортостан етәкселегенә, шәхсән Радий Хәбировҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерәм, – тине Өфө хосписының башҡарма директоры Радмила Сурначева. – Яңы учреждениеның пациенттары меценаттарҙың (эшҡыуарҙар, ҙур компаниялар, битараф булмаған кешеләр) хәйриә аҡсалары иҫәбенә бушлай ярҙам аласаҡ. Сумманы учреждениеның сайтында ҡалдырырға мөмкин. Иң ҙур ярҙам күрһәткән кешеләрҙе хоспис фойеһындағы махсус панелдә билдәләйәсәкбеҙ".
Радий Хәбиров төҙөлөш майҙансығында ойошма-предприятиелар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда хосписты төҙөп бөтөү, уға килеү юлдарын һалыу, инженер селтәрҙәрен үткәреү, медицина ҡорамалдарын ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелде.
Хоспис янында урынлашҡан “Башҡортостан сәскәләре” торлаҡ комплексы төҙөүсеһе – “Архстройинвестициялар” компаниялар төркөмө – килеү юлын һалыу өсөн 35 миллион һум аҡса бүләсәк.
Радий Хәбиров шулай уҡ республика Хөкүмәтенә “Газпром”, “Башкирэнерго” акционерҙары менән һөйләшеүҙәр үткәреп, объектты электр, газ менән ташламалы тоташтырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, бында пациенттарға уңайлы булһын өсөн бинаның фасадтары асыҡ төҫтәрҙә башҡарылырға тейеш, тирә-яҡ биләмәне төҙөкләндереү кәрәк.
Бынан тыш, республика етештереүселәрен медицина йыһаздары һәм ҡорамалдар килтереүгә йәлеп итмәкселәр. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, кәрәкле әйберҙәр исемлеге булдырылған.
– Беҙ заманса күп профилле госпиталь төҙөйбөҙ. Бында мохтаж булған өлкәндәр һәм балалар өсөн махсус шарттар булдырыласаҡ. Проектҡа хәйриә ярҙамы күрһәтә алған предприятиеларҙы йәлеп иттек. Был - республика бизнесын өлгөрөп еткәнлеккә, төбәк алдында социаль яуаплылыҡ тота алыуына һынау юлы, – тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.