Бала ни тиклем иртә реабилитация үтә, шул тиклем һауығыу мөмкинлеге юғары.
Белорет ҡалаһының үҙәк урамдарының береһендә ике ҡатлы ыҡсым ғына бер йорт бар. Унда балалар өсөн реабилитация үҙәге урынлашҡан. Сәләмәтлеге ҡаҡшаған, нервы системаһы, терәк-хәрәкәт итеү аппараты, ишетеү-күреү ағзалары ауырыуҙары, тыумыштан килгән сирҙәр менән яфаланған 18 йәшкә тиклемге пациенттарға ярҙам күрһәтелә бында. Йыл һайын Белорет, Архангел, Бөрйән райондарынан 900-гә яҡын бала комплекслы дауалана, үҙәк хеҙмәткәрҙәре уртаса алғанда көнөнә 40–50 пациентты хеҙмәтләндерә.
– 2000 йылдар башында республика буйынса инвалид һәм сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн реабилитация үҙәктәре асыла башланы, беҙҙең ҡалала ла элекке балалар баҡсаһы бинаһы нигеҙендә ошондай учреждение барлыҡҡа килде. Эште башлап ебәреүе еңелдән булманы, матди база наҡыҫ, тәжрибәбеҙ ҙә юҡ ине, – тип иҫләй ул йылдарҙа өлкән медицина туташы булып эш башлаған, хәҙер инде тиҫтә йылға яҡын үҙәк мөдире бурыстарын атҡарған Елена Булавко.
Иң тәүҙә инвалид бала тәрбиәләп, яҙмыш һынауҙары менән күпселек осраҡта яңғыҙ көрәшкән ата-әсәләр үҙәктең улар өсөн киләсәктә ниндәй мөһим ярҙамсы буласағына ышанып та етмәй. Үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән, мәрхәмәтле, белемле, ярҙамсыл хеҙмәткәрҙәр тупланған коллектив тиҙ арала “үҙенсәлекле” балаларҙың үҙ йортона, өмөттәрен юғалта башлаған ата-әсәләрҙең терәгенә әйләнә.
Үҙәктә стационар бүлек бар. Инвалид балалар социаль экспертиза белешмәһе менән дауалау учреждениеһын үҙҙәре һайлау хоҡуғына эйә. Шуға күрә бында Һамар, Силәбе өлкәләренән, Өфө ҡалаһынан, Яҡутстандан һәм республиканың башҡа райондарынан да 21 көнлөк стационарҙа дауаланырға, башҡа хеҙмәттәр менән файҙаланырға теләп киләләр.
Учреждениеның матди-техник базаһы ла яҡшы. 2019 йылда республика бюджетынан бүленгән биш миллион һум аҡсаға капиталь ремонт уҙғарылған. Бинаның түбә таҡталары, иҙән, ишектәр яңыртылған, стеналары буялған, нигеҙе нығытылған, инеү урыны тәртипкә килтерелгән.
Бында бөтә уңайлы шарттар бар
Үҙәк барлыҡ талаптарға ла яуап бирә: ауыр сирле балаларға икенсе ҡатҡа күтәрелеү өсөн махсус ҡоролма, коридорға, бәҙрәфтәргә уңайлы таянғыстар ҡуйылған, стеналарҙағы стендтарға кәрәкле мәғлүмәттәр эре шрифтар менән яҙылған, хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу өсөн тауыш биреү нөктәләре бар. Ә кабинет ишектәрендәге табличкаларҙа Брайль шрифты ҡулланылған. Һәр ерҙә таҙалыҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ күҙәтелә.
Үҙәктә психолог, дефектолог, логопед, хеҙмәт буйынса инструктор, педиатр, физиотерапевт, массаж, дауалау физкультураһы кабинеттары, тренажер, тамаша залы һәм балаларҙың социаль-көнкүреш адаптацияһы өсөн башҡа бүлмәләр бар.
Балалар хәрәкәт үҫеше залында, изостудия, һынлы сәнғәт һәм музыкатерапия кабинеттарында ла ихлас шөғөлләнә. Ағас эше һәм тегенеү буйынса оҫтаханалар ҙа буш тормай.
Һәр пациент реабилитацияны шәхсән рәүештә үтә. Дәрестәрҙә баланың ижади һәләтен, иғтибарын, фантазияһын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатында уйын алымдары ҡулланыла. Белгестәр тарафынан инвалид балалар менән эшләү өсөн бер нисә программа әҙерләнгән. 2019 йылда үҙәктә тоҙ шахтаһы бүлмәһе эшләй башлаған. Галокамераға ихтыяж ҙур, дауаланырға теләүселәр күбәйгән.
Шул уҡ йылда “Иртә ярҙам итеү” бүлмәһе асылған.
– Сер түгел, төпкөлдә йәшәгән ата-әсәләр үҙ ваҡытында ярҙам һорап мөрәжәғәт итеп бармай. Ошоно иҫәпкә алып, 2019 йылдан “Иртә ярҙам итеү” программаһы буйынса эш башланыҡ. Ҡаланан йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа өс йәшкә тиклемге балаларҙың белгестәр ярҙамына мохтаж булыу-булмауын асыҡлау маҡсатында социаль маршруттар ойошторабыҙ. Бала ни тиклем иртә реабилитация үтә, шул тиклем тиҙерәк һауығыу мөмкинлеге бар. Уның инвалид булып ҡалмау хәүефе хатта 90 процентҡа тиклем кәмей. Медицина хеҙмәткәрҙәре бәләкәстәрҙе барып ҡарағас, реабилитациялауға мохтаж булғандарын үҙәккә саҡыра.
Бер нисә айҙан алып өс йәшкә тиклемге балалар менән реабилитолог шөғөлләнә. Массаждан һүлпән гимнастиканан башлап баланың үҫешенә йоғонто яһаған уйындарға тиклем үткәрелә. Был бүлектең эш һөҙөмтәләре күренә лә башланы, артабан да ошо юҫыҡта ныҡлы эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ, – ти Елена Владимировна.
Шулай уҡ кескәй пациенттар өсөн “Ар ташы” ял базаһында асыҡ һауала төҙөлгән яңы манежда йәй буйы иппотерапия уҙғарыла. Күнекмәләрҙе Өфө ҡалаһының иппотерапия үҙәге хеҙмәткәрҙәре ярҙамында башлап ебәргәндәр. Был йүнәлештә учреждениеның үҙ белгесе лә эшләйәсәк, тип күҙаллана.
Коронавирус арҡаһында күп кенә ойошмаларҙың эшмәкәрлеге үҙгәрештәр кисерҙе, реабилитациялау үҙәгенә лә был тәьҫир итмәй ҡалмаған. Бер ни тиклем ваҡытҡа үҙәктә балаларҙы ҡабул итеү туҡтатылған. Шуға ҡарамаҫтан, реабилитациялауға мохтаж булған үҫмерҙәр һәм балалар менән медицина хеҙмәткәрҙәре, дефектологтар, педагог-психологтар дистанцияла эшләй. Онлайн-дәрестәр ойошторола, төрлө саралар, конкурстар ҙа үткәрелә. Бөгөн учреждение бөтә санитар талаптарҙы күҙәтеп, тулы көсөнә эшләй башлаған.
Реабилитация үҙәгенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр бихисап. Урындағы предприятиелар, эшҡыуарҙар даими рәүештә хәстәрлек күрһәтә. Һуңғы ваҡытта учреждениены медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеүгә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҙур иғтибар бүлә.
Учреждениеның тирә-яғы ла күркәм: төҙөкләндерелгән, йәшелләндерелгән, йәйен-көҙөн ихата гөл-сәскәгә күмелә, балалар өсөн тренажерҙар, спорт ҡоролмалары, төрлө арт-объекттар урынлаштырылған.
Ғәҙәттә, инвалид бала үҙ-үҙенә бикләнә, тирә-яҡтағыларҙан тартына. Үҙәктә улар үҙҙәре кеүек үк яҙмыш һынауҙарына дусар булған тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел табып, аралаша башлай, дуҫтар таба.
Үҙ эшенең бар нескәлектәрен яҡшы белгән, кескәйҙәрҙе яратҡан тәжрибәле педагогтар, психологтар, медицина хеҙмәткәрҙәре “үҙенсәлекле” балаларҙың һаулығын нығытыу, уларҙың көнкүрешен еңеләйтеү, үҙҙәрен тормошҡа яраҡлаштырыу өсөн барыһын да эшләргә тырыша.
– Беҙгә килеүселәр үҙҙәренә айырым иғтибар талап итә. Инвалид коляскаһында ултырған бала һәм уның күп осраҡта проблемалар менән яңғыҙ көрәшкән, арып бөткән әсәһе йәлләүгә түгел, ә аныҡ ярҙамға мохтаж. Йәмғиәттә яраҡлашырға, дуҫтар табырға булышлыҡ итеү, ниндәйҙер яңы һөнәргә йәки шөғөлгә өйрәтеү – төп бурысыбыҙ. Ундай балалар тәрбиәләгән ғаиләләр өсөн бәләкәс кенә уңыштар ҙа ҙур ҡыуанысҡа әйләнә. Балаларҙың, ата-әсәләрҙең күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары, уларҙың йылмайыуын күреү, – эшебеҙгә иң ҙур баһа, – ти үҙәк мөдире.