Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар – дәүләтебеҙҙең даими хәстәрендә. Инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла маҡсатлы эш алып барыла.
Күптән түгел Бөрйән районында хроник сирҙәрҙең ауыр формаһы менән яфаланған дүрт кешегә торлаҡ асҡыстары тапшырылды.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты менән килешеү нигеҙендә, торлаҡҡа мохтаж инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләрҙе социаль яллау килешеүе буйынса торлаҡ менән тәьмин итеү маҡсатында, Бөрйән районы иҫәбенә республика ҡаҙнаһынан дүрт миллион һум аҡса күсерелгән. Был суммаға Иҫке Собханғол, Яңы Собханғол һәм Иҫке Мөсәт ауылдарынан дүрт йорт һатып алынған.
– Инвалидтарҙы хәстәрләү йәмғиәттең әхлаҡи яҡтан өлгөргәнлеген, дәүләттең үҫеш кимәлен билдәләй. Беҙҙең илебеҙҙә социаль яҡлауға мохтаж булған граждандарға ярҙам, иғтибар арта. Үҙ сиратыбыҙҙа ошо ярҙамдың ваҡытында һәм ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашырылыуы өсөн тырышасаҡбыҙ. Бөгөн дүрт кеше бөтә шарттары булған торлаҡҡа эйә булды. Уларға ныҡлы һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ. Һис шикһеҙ, артабан да был эш дауам итәсәк, – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт һәм ойоштороу мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Марсель Ғүмәров.
Нәби ауылында йәшәгән Рәфис Йәнсуринға ла яңы йортло булыу бәхете йылмайған. Рәфис Рәхимйән улы бала сағынан эпилепсия менән сирләй, III төркөм инвалиды. Шуға ҡарамаҫтан, ғүмере буйы колхозда төрлө эштәрҙә йөрөй. Йәш сағында агроном һөнәренә эйә булыу маҡсатында техникумға ла уҡырға инә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сирҙән яфаланған ике ағаһын ҡарар өсөн уҡыуын дауам итә алмай.
57 йәшлек уҙаман тормош һынауҙарын күп кисергән: ғаилә ҡорған, әммә ҡатыны, улы йәшләй генә гүр эйәләре булған. Бөгөн ул яңғыҙы йәшәй, шуға ҡарамаҫтан, бер ҡасан да күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Сәләмәт тормош рәүешен үҙ иткән Рәфис Йәнсурин – дин юлында. Былтыр Өфөлә “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә уҡып, дини белем алып ҡайтҡан ирҙе ауыл мәсетенә имам-хатип итеп тәғәйенләгәндәр.
– Миңә район үҙәгенән алыҫ түгел Яңы Собханғол ауылында бурсанан төҙөлгән йорт бүлделәр. Өй электр менән йылытыла, һыу үткән, ҡалалағы кеүек бөтә уңайлыҡтары бар. Әле генә, ҡыш өҫтөндә күсенергә уйламайым, аҙағыраҡ күҙ күрер. Дәүләтебеҙ беҙҙе даими хәстәренән айырмай, республика, район етәкселегенә лә рәхмәтем сикһеҙ, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.
Бөгөн Бөрйән районында 932 инвалид, шул иҫәптән һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән 104 бала иҫәпләнә. Райондың инвалидтар ойошмаһы мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы яҡлау, уларға социаль ярҙам күрһәтеү, буш ваҡыттарын файҙалы итеп ойоштороу маҡсатында күп эш башҡара. Бер нисә йыл элек улар ике Рәсәй Президенты грантына эйә булған.
Хоҡуҡи, финанс грамоталылығын үҫтереүгә йүнәлтелгән беренсе проект инвалидтарға бөгөнгө тормош талаптарынан артта ҡалмай заман технологиялары менән эш итә белергә булышлыҡ иткән. Икенсе грант социаль такси хеҙмәте булдырыуға этәргес биргән.
Былтыр йәй республика кимәлендә “Пара-тур-2020” спорт фестивален юғары кимәлдә ойошторғандар.
– Бөгөн дә бөтә санитар талаптарҙы күҙәтеп төрлө мәҙәни, спорт саралары ойоштороп торабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡулайлаштырыу арҡаһында, халыҡты социаль яҡлау идаралығы ҡыҫҡартылды. Элек бүлектә инвалидтар эше буйынса белгес бар ине. Хәҙер һорауҙарға яуап алыу йә иһә ниндәйҙер мәсьәләне хәл итеү өсөн Белоретҡа мөрәжәғәт итергә, барырға тура килә, – тип борсолоуын белдерҙе Бөрйән инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ғаяз Ишкинин.