Илдар Мөхәмәтйәнов үҙен белгәндән алып оло йәштәгеләргә ярҙам итә. Был яҡшы сифат, кешеләргә һөйөү, ихтирам тойғоһо уға атаһы Нил Мөхәмәтйәновтан күскән.
Ирекмәндәр хәрәкәтенә Илдар үткән йыл аҙағында ҡушылған. Ошо ваҡыт арауығында ул шәхси автомобилендә утыҙ тапҡырҙан ашыу мохтаждарға аҙыҡ-түлек ташый, шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Магнит. Хәстәрлек”, “Яңы йыл менән, ветеран” акцияларында ҡатнаша. Быларҙан тыш, ирекмән коронавирус инфекцияһы менән өйҙә ятып сирләгәндәргә дарыуҙар ҙа алып бара.
“Бала саҡтан атай-әсәйемдең башҡаларға ярҙам ҡулы һуҙыуын күреп үҫтем. Атайым минең өсөн батырлыҡ һәм мәрхәмәтлелек өлгөһө булып ҡала. Бөгөнгөләй иҫтә: мохтаждарға һәр саҡ ярҙам итергә ашыға торғайны: ул урам аша сығарыу, ауыр пакеттарҙы күтәрешеү, дауаханаға тиклем алып барып ҡуйыу булһынмы”, – ти Илдар.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең ирекмәндәр үҙәге булыуын ул танышы аша белеп ҡала, уларға ҡушылғас, шатлыҡ кисерә.
“Атай-әсәйем дә, хәләл ефетем дә минең менән ғорурлана, был мине тағы ла дәртләндерә. Кешеләр бер-береһенә иғтибарлыраҡ булһын ине. Ҡылған изгелектәр кире әйләнеп ҡайтыусан бит”, – тип кисерештәре менән бүлеште ирекмән.
Илдар Мөхәмәтйәнов эштән һуң бар буш ваҡытын ирекмән эшмәкәрлегенә арнауына ҡарамаҫтан, ата-әсәһен дә күреп, ғаиләһенә лә иғтибар бүлеп өлгөрә. Ҡатыны менән Камилла исемле ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Уның тарафынан ярҙам күргәндәр араһында 66 йәшлек Магина Билоконная ла бар. Пенсионер биш йыл элек тормош иптәше вафат булғандан алып яңғыҙ йәшәй, һаулығы ла шәптән түгел – инвалид коляскаһында йөрөй. Уның яҡын туғандары юҡ, бар аҡсаһы дарыуҙарға китә.
“Дүрт аҙна буйы дауаханала яттым, ә өйгә алып ҡайтырҙай береһе лә юҡ. Миңә ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш бирҙеләр. Ике егет килеп, өйгә илтеп ҡуйҙы. Бына әле лә аҙыҡ-түлек алып килеү үтенесемә ҡолаҡ һалдылар. Бар ирекмәндәргә лә оло рәхмәт”, – тине Магина Билоконная, ә Илдар уға даими килеп торорға вәғәҙә бирҙе.