Өфөләге “Болоттар” үҙәгендә ығы-зығы һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған фотограф Роман Филлиповтың күргәҙмәһе үтте. Уның балалыҡ дуҫы, башҡалала урам һепереүсе булып эшләгән инвалид Юраға бурыстан ҡотолорға ярҙам итеүе тураһында бөтә Рәсәй халҡы белә.
Фотограф социаль селтәргә һалған һүрәттәренә аңлатма биреп, Юраның алдаҡсылар һүҙенә ышанып банктан аҡса алыуына, ҙур бурысҡа батыуына әсенеп яҙған. Бер-ике минуттан тәүге аҡса суммаһы килеп тә төшкән, ә бер сәғәттән сит илдә йәшәгәндәрҙән аҡса килә башлаған. Тәүлек эсендә тейешле сумма йыйылған. Юраға хатта GQ журналына эләгергә насип булды.
Хәҙер ир иғтибар үҙәгендә. Уның менән бергәләп фотоға төшөргә теләүселәр етерлек. Әле ул бер аҙ сирләп тора, оҙаҡламай ғәҙәттәге хеҙмәтенә ҡайтмаҡсы, ти дуҫы. Әммә Юрий Ветлугиндың фотомодель булып эшләргә лә теләге юҡ түгел. Ә бына Роман Филлиповты бындай популярлыҡ арытҡан.
”Мин бындай иғтибарға күнекмәгәнмен. Әйҙә, ул күберәк Юраға эләкһен, ул бит беҙҙең “йондоҙ”! - тип шаярта фотограф.
Фотокүргәҙмә Юраның йәш фанаттарына уның менән яҡыныраҡ танышырға ярҙам итте. Уның аккаунтына яҙылғандар артҡан. Урам һепереүсе Юраны төрлө программаларға саҡырыуҙар дауам итә, ул бындай танылыуҙан ялыҡмаған төҫлө, популярлыҡҡа еңел ҡарай. Яңынан һепертке менән көрәккә тотонорға тура килһә лә, аптырап тормаясаҡ, ул әҙер!