Республикала 2021 йыл Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителде. Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла өлкәндәр һаны арта. Уларҙы ҡурсалау, тәрбиәләү, хәстәрлек күреү – мөһим социаль мәсьәләләрҙең береһе. 2024 йылға тиклем илдә иҫкәртеү медицина тикшеренеүҙәре менән “көмөш йәш” вәкилдәренең кәм тигәндә 70 процентын солғап алыу планлаштырыла.
Өлкәндәр өсөн иң мөһиме – сәләмәтлекте һаҡлау, үҙеңде тәрбиәләү һәләтен юғалтмау, бер кемгә лә бәйле булмау һәм шул уҡ ваҡытта үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу. Дәүләт һәм йәш быуын тарафынан һис тә ситкә тибелергә теләмәй өлкән быуын. Тап ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән дә “Өлкән быуын” федераль проекты. Ул “Демография” милли проектына инә һәм 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән. Әлбиттә, ололарҙы яҡлау артабан да дауам итәсәк, тик тап ошо осорҙа өлкән быуын вәкилдәренең сәләмәтлеген тәьмин итеү һәм тормош сифатын күтәреү системаһы яйға һалынасаҡ.
Оҙаҡ йәшәү генә түгел, ә был осорҙо сәләмәт, сифатлы итеп үткәреү ҙә мөһим. Белгестәр билдәләүенсә, ҡайһы бер саралар ҡабул ителгән дә – гериатрия профиле буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү, “табип-гериатр” профессиональ стандарттарын булдырыу, ҡартлыҡ астенияһы синдромы осрағында медицина ярҙамы күрһәтеү һәм башҡалар. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Хәстәрлек биләмәһе” пилот проектын тормошҡа ашырасаҡ. Уға илдең ете төбәге, шул иҫәптән Башҡортостан да, ҡушылған.
Табиптар иҫәпләүенсә, гериатрия медицинаһында ҡартлыҡ астенияһын дауалау һәм диагностикалау буйынса ҡабул ителгән клиник тәҡдимдәр ҙур аҙым булып тора. Һүҙ бында өлкәндәрҙе яфалаған билдәләр тураһында бара. Иң киң таралғандары: хәлһеҙлек, тиҙ талсығыу, һүлпәнлек, хәтер тарҡалыуы, депрессия, күреү һәм ишетеү һәләте насарайыуы, йыш имгәнеүҙәр, ауырлыҡты юғалтыу. Ҡартлыҡ астенияһының төп сәбәптәре: тейешле кимәлдә туҡланмау һәм өлкәнәйеү менән бәйле көстөң, мускул массаһының кәмеүе. Ололар йыш ҡына насар туҡлана, ашау ваҡытын үткәреп ебәрә йә иһә бешерергә ялҡаулана, аҡһымлы аҙыҡтарҙы аҙ ҡуллана, тип иҫәпләй белгестәр.
Ауырлыҡты юғалтыу ололар өсөн ҙур бәлә. Ҡарт кеше йыш йығыла, инвалидлыҡҡа килтергән йәрәхәттәр ала. “Өлкән быуын” проекты нигеҙенә иң яҡшы донъя тәжрибәһе, халыҡ-ара эксперттар эшләнмәләре һалынырға тейеш. Иң мөһиме – сирҙәрҙе иҫкәртеү, диспансерлаштырыуҙы киң йәйелдереү. 2024 йылға тиклем 55 йәште уҙған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм 60 йәштән өҫтәге ир-аттың кәм тигәндә 70 процентына медицина тикшереүе үткәреү планлаштырыла. Ауырыу асыҡланған өлкәндәрҙең 90 процентын диспансер күҙәтеүенә ҡуйыу бурысы тора.
Был осорға илдең бөтә төбәктәрендә гериатрия инфраструктураһы әҙер булырға тейеш. Ололар өсөн медицина ярҙамы төп гериатрия билдәләрен дауалауға йүнәлтелә. Шулар араһында ҡартлыҡ астенияһын иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау, йығылыу һәм имгәнеүҙәрҙе иҫкәртеү, туҡланыуҙы яйға һалыу, бәүел тотмауҙы иҫкәртеү һәм дауалау, ауыртыныуҙы дауалау мөһим урынды биләй.
Бынан тыш, хәүеф төркөмөндәге пациенттарҙың күпселеге пневмококк инфекцияһынан прививка яһатырға тейеш.
Иң ауыр һәм йыш осраған ҡартлыҡ билдәләренең береһе – йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуы. Өҫтәүенә бер тапҡыр ғына тикшереү үткәреп, дауа билдәләү етерлек түгел, кеше даими табип күҙәтеүендә булырға тейеш. “Йәш артҡан һайын, йөрәк сирлеләр ҙә күбәйә. Эпидемия тип әйтерһең”, – тигән ғалимдар иҫкәртеүендә дөрөҫлөк ярылып ята. Инфаркт үткәргән, йөрәк ишемияһына дусар булған кешеләр аҡрынлап ошо “йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуы” төркөмөн тулыландыра ла. 80-85 йәштә уларҙың һаны тағы ишәйә. Шәкәр диабеты, гипертония арҡаһында ла йөрәк сирлеләр арта. Хатта инфаркт, инсульт кисермәгән, гипертония күҙәтелмәгән ҡарттарҙа ла йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуы барлыҡҡа килә, сөнки миокард үҙе (йөрәк мускулы) ҡатылана.
Табиптар шундай һығымтаға килгән: сир биологик, социаль, психологик өлөштәрҙән тора, шуға күрә йөрәк эшмәкәрлеге боҙолоуын бөтә факторҙарҙы иҫәпкә алмайынса дауалап булмай. Пенсионер ҡайҙа, ниндәй аҡсаға йәшәй, дарыуҙарҙы ваҡытында ҡабул итеү өсөн хәтере бармы – барыһын да белергә кәрәк. Өҫтәүенә бер пациенттың өс-дүрт сире булыуы ихтимал. Дауа билдәләгәндә был сирҙәр “гөлләмәһен” өйрәнмәйенсә кәңәш биреүе лә ҡыйын.
Табиптар ололарға дауа билдәләгәндә йәнә бер етди проблема менән осраша: артыҡ күп препарат тәғәйенләү. Дарыуҙарҙың файҙаһы урынына зыян ғына алырға мөмкин. Икенсе мәсьәлә – дарыуҙар тәғәйенләгәндән һуң кеше уны ғүмер буйы эсергә тимәгән бит, дауалау тәртибе ваҡыт үтеү менән табип тарафынан киренән ҡаралырға, үҙгәрештәр индерелергә тейеш. Был осраҡтарҙа табиплыҡ комиссияһы ярҙам итә ала.
Өлкән йәштәгеләрҙә когнитив боҙолоуҙар (мейелә үҙгәрештәр) тормош сифатын түбәнәйтә. Тәүге билдәләр күренеү менән уның деменцияға алып барып еткереүен туҡтатыу өсөн гериатрҙарға ҙур бурыс йөкмәтелгән. “Өлкән быуын” федераль проекты кешеләрҙең ҡартлыҡ осоронда ла әүҙем һәм оҙайлы ғүмер итеүенә, ярҙамға мохтаждарҙың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Идея яҡшы һәм ваҡытлы, сөнки бөтә илдәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, өлкән йәштәгеләр һаны арта. Улар ҙа уңайлы шарттарҙа, ауырымай-һыҙланмай яҡындары менән аралашып, йәмғиәткә файҙа килтереп йәшәргә теләй.