Һөйләшмәгәндәрҙе һөйләшергә өйрәткән, кескәйҙәргә тел асҡысы биргән һөнәр эйәләре бар эргәбеҙҙә. Мәләүездә йәшәгән Айгөл Мәһәҙиева балалар менән шөғөлләнер өсөн кабинет асып, социаль контракт нигеҙендә 250 мең һумлыҡ субсидия алыуға өлгәшкән. Логопед нисек дәүләттән ярҙам алған?
...Был сумка эсендә “с” хәрефенә башланған бөтә аҙыҡ-түлек тупланған. Еваға өндәрҙе өйрәнеү өсөн ошо күнегеү ныҡ ярҙам иткән. Ҡыҙ үҙенең фамилияһын да дөрөҫ әйтә алмай. Уның өсөн “Шаршкова” фамилияһы ауыр бирелә, тик тиҙ арала “р” өнөн сығарырға өйрәнгәненән бик ҡәнәғәт. Еваның әсәһе логопед менән шөғөлләнеүҙең һөҙөмтәле булыуын йәшермәй.
– Яңыраҡ миңә Ырымбурҙан бер баланы консультацияға килтерҙеләр, – ти Айгөл Мәһәҙиева. Дүрт йәшлек булһа ла, ул бөтөнләй һөйләшмәй, бары мөңрәй генә. Ата-әсә ҡуртымға фатир алып, көн һайын баланы күнекмәләргә килтерә. Тәүге һөҙөмтә бар.
Логопед үҙ кабинетын декрет ялында асҡан. Аҙ килемле ғаилә булараҡ, адреслы социаль ярҙамға ғариза биргән, бизнес-план төҙөгән, бүлмәгә ремонт яһаған, яңы ҡорамал һатып алған. Айгөл йыл буйына эше тураһында отчет биреп торасаҡ. Шул рәүешле субсидияның файҙаланылыуы һәм табыш килтерелеүе раҫланасаҡ.
Социаль контракт нигеҙендәге адреслы социаль ярҙамды эшҡыуар булмаһаң да алырға була. Шәхси хужалыҡ тотоу өсөн дә субсидия биреүҙәре мөмкин. Төп шарт: ул аҙ килемле ғаиләләргә тәғәйенләнгән, айлыҡ килем йән башына 10 мең 25 һумдан артырға тейеш түгел. Ғаризаны Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгендә ҡабул итәләр.