Социаль мәсьәлә
9 Март 2021, 12:44

Өфө ҡыҙы быйма баҫа

Альбина Мәжитова сирек быуат быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Биш йәшлек сағында ата-әсәһе ҡыҙға үҙенсәлекле һөнәр серҙәрен өйрәткән. Хәҙер был – хобби ғына түгел, ә өҫтәмә матди ярҙам да.

Альбина Мәжитова сирек быуат быйма баҫыу менән шөғөлләнә. Биш йәшлек сағында ата-әсәһе ҡыҙға үҙенсәлекле һөнәр серҙәрен өйрәткән. Хәҙер был – хобби ғына түгел, ә өҫтәмә матди ярҙам да.


Бәләкәй сағында Салауат районының Лаҡлы ауылында йәшәгәндә, атаһы Әшә ҡала­һын­дағы быйма баҫыу цехына эшкә урынлашҡас, ғаилә ағза­лары ошо шөғөл­дө өйҙә лә баш­ҡарырға өйрәнә. “18 йә­шемдә үҙаллы эшкә тотондом, өйҙә кейә торған йомшаҡ аяҡ кейем­дәрен, быйма­ларҙы социаль селтәрҙәр аша һатырға өйрән­дем. Нисә пар быйма баҫҡан­мын­дыр, һис тә хәтерләмәйем. Улар йылы ғына түгел, ә бик матур һәм ҡупшылар”, – ти эшҡыуар.


Альбинаның өйөндә йөҙәр пар әҙер продукция бар. “Иң яҡ­шы быймалар һа­рыҡ йөнөнән әүәләнә, уларҙың сифаты ла һәйбәт, ултырмай ҙа. Ҡышҡы аяҡ кейеме өсөн форма ролен ағас ҡалыптар үтәй. Мәҫәлән, бы­нау ҡалыпты оҫталар 1945 йылда эшләгән, ул быуындан бы­уынға күсеп килә”, – ти Альбина.


Сувенир быймаларҙы әүәләү өсөн оҫтаға бер сәғәт тә етә. Уның әйтеүенсә, быйма баҫырға өйрәнеү – һәр кемдең ҡулынан килерлек шөғөл, бары теләк кенә булһын.
Читайте нас