Социаль мәсьәлә
9 Март 2021, 12:29

Мохтаждар ярҙамһыҙ ҡалмай

Беҙҙә балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү бер ҡасан да туҡтағаны юҡ һәм һуңғы осорҙа ул камиллаштырыла бара. Был турала яңыраҡ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова һөйләне.

Беҙҙә балалы ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү бер ҡасан да туҡтағаны юҡ һәм һуңғы осорҙа ул камиллаштырыла бара. Был турала яңыраҡ республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Ольга Кабанова һөйләне.


– Өс йәштән ете йәш тулғанға тиклемге балаларға ай һайын түләнгән пособиелар күләме үҙгәртелде, – тине Ольга Николаевна. – Был үҙгәрештең асылы шунда: ата-әсәгә хәҙер Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон ғариза ебәрергә, йә булмаһа күп функциялы үҙәктәргә йәки социаль яҡлау органдарына шәхсән килеп ғариза ҡалдырыу ҙа етә.
Дәүләттең социаль ярҙамын балалы ғаиләләр генә түгел, башҡа ҡайһы бер ҡатламдар ҙа алырға хоҡуҡлы. Кемдәр улар?

Бындай ярҙамдың нигеҙендә социаль контракт ята. Мәҫәлән, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ошо мөмкинлекте аңлатыу йүнәлешендә килтергән миҫалдарынан күренеүенсә, Бөрйән районынан Владик Әхтәмов тиренән сувенирҙар һәм башҡа ваҡ әйберҙәр эшләү менән мауыҡҡан. Тәүҙә үҙ ғаиләһенә һәм туған-тыумасаһына бүләк итеү өсөн генә. Кәсепселекте табышлы эшҡыуарлыҡҡа әйләндереү өсөн дәүләттән ярҙам алыу форсатын белеп ҡалғас та, ул ошо маҡсатта социаль контракт төҙөргә була.
Тәүҙә уға, үҙ эшен яңы башлаған һөнәрмән булараҡ, 250 мең һум бирәләр. Был аҡсаға ул гравировкалау өсөн лазер станогы һатып алған. Әле оҫта ағас эшкәртеү буйынса тәжрибә туплай. Пландары етди уның – шәхси оҫтаханаһын асырға һәм ярҙамсы ялларға ниәтләй.
Бындай социаль ярҙам үҙҙәренә бәйле булмаған сәбәптәр арҡаһында килеме Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан түбәнерәк граждандарға ла бирелә. Контракт булғас, тимәк, ике яҡ та яуаплылыҡ ала тигән һүҙ. Уның пособиенан айырмаһы шунда: тәғәйен маҡсатҡа тип бирелгән аҡсаны фәҡәт күрһәтелгән йүнәлештә генә файҙаланырға рөхсәт ителә. Быйылғы социаль контракттар дүрт йүнәлештә бирелә:

– эш эҙләү;

– шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү;

– шәхси ярҙамсы хужалыҡ алып барыу;

– тормошта килеп тыуған ауыр матди хәлдән сығыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республикала халыҡты социаль яҡлау мәсьәләләре буйынса күп каналлы 8(347) 200-80-80 телефоны эшләй башланы, уға аҙнаның эш көндәрендә 8.30 сәғәттән алып 17.30 сәғәткә тиклем шылтыратырға мөмкин. Бындағы хеҙмәткәрҙәр Халыҡҡа социаль ярҙам буйынса республика үҙәгенең һеҙ ҡараған филиалы менән тоташтырасаҡ.
Читайте нас