Өфөлә йәшәгән Алена Миронова – республика тарихында машинист ярҙамсыһы булып эшләгән беренсе ҡатын-ҡыҙ. Быйылдан башлап Хөкүмәт ҡарары буйынса ҡатын-ҡыҙҙар ҙа машинист һәм уларҙың ярҙамсылары була ала.
Аленаға ни бары 25 йәш. Өфө тимер юл техникумын тамамлағас, Екатеринбургта белемен камиллаштырған. Хәҙер ул электропоезд приборҙары мәғлүмәттәрен тикшерә, локомотив эшен, светофор күрһәткестәрен контролләй. “Беҙҙең ғаиләлә тимер юлсылар юҡ, тик мин генә ошо һөнәрҙе үҙләштерергә ынтылдым”, – ти Алена Миронова.
Машинист кабинеты һәм электричка салоны видеокүҙәтеү системаһы менән йыһазландырылған. Вагондарҙа 22 градус йылылыҡ тәшкил итә. Бөтә приборҙарҙың төҙөклөгөн Алена күҙәтә. Әгәр машинист кинәт идара итеүҙе юғалтһа, яуаплылыҡты өҫтөнә алып, ҡыҙ локомотивты туҡтатырға тейеш. “Иң мөһиме – электропоездың техник торошо. Салонда йылы, таҙа, уңайлы, һәр кем поезда йөрөүҙән ҡәнәғәт булһын өсөн тырышабыҙ”, – ти элек ирҙәр шөғөлө һаналған һөнәрҙе үҙ иткән машинист ярҙамсыһы.
Әйтеүҙәренсә, аҫыл зат араһында Аленаның юлын ҡабатларға теләгән һылыуҙар етерлек.