Башҡорт дәүләт университеты студенттары Өфөлә матурлыҡ салоны асты. Улар бинаға ремонтты үҙҙәре эшләгән, матурлыҡ тыуҙырыусы оҫталарҙы ла студенттар араһынан эҙләп тапҡан. Ҡыҙҙар Рәсәй студенттар отрядтары хәрәкәтенә ингән, шуға күрә салондарын “Матурлыҡ отряды” тип атайҙар. Ул - Рәсәйҙә берҙән-бер!
Макияж, прическа, ҡаштарҙы тәрбиәләү комплексы... Бөтә был хеҙмәттәрҙе бында алырға мөмкин. Оҫталар – республиканың төрлө вуздарынан килгән студенттар. Ҡыҙҙарҙың баштарына салон асыу идеяһы былтыр көҙ килһә лә, хыялдарын тормошҡа ашырыуға яңы йыл алдынан тотонғандар. Йыһаздарҙың байтағын үҙ ҡулдары менән эшләгәндәр. Студенттар проекттарын киңәйтеү өҫтөндә эштәрен дауам итә, артабан маникюр һәм керпек буйынса оҫталарҙы йәлеп итмәксе. ”Был беҙҙең өсөн яҡшы мөмкинлек, - ти Әлиә Ғәтиәтуллина.- Ошонда процедуралар алғандан һуң, төрлө сараларға биҙәнеп-төҙәнеп, матур ҡиәфәт менән сығып китергә мөмкин”.
- Проекттың маҡсаты аҡса эшләүҙә генә түгел, ә эш урындарын булдырыуҙа. Беҙ студенттарға өмөт бағлайбыҙ, - ти проект кураторы Аделина Сакаева.