Күҙ алдында юҡҡа сыға барған ауылды күреп, күптәр һыҙланалыр. Ауырғазы районының Шланлы ауылы ла ил күргән бөтә ауырлыҡтарҙы иңендә күтәрҙе. Хужалыҡтар тарҡалды, йәштәр ҡалаға тартылды. Ошонда йәшәгән Виссарион Игнатьевтың да төшөнкөлөккә бирелгән саҡтары аҙ булманы. Тик был хәл оҙаҡҡа барманы, егет ауылын ҡотҡарырға ҡарар итте...
“Аургазинский вестник” баҫмаһы хәбәрселәре таныштырған ҡыҙыҡлы, күп яҡлы шәхес тураһында уҡыусыларыбыҙға ла һөйләге килә. Шундай егеттәр тағы ҡайһы тарафтарҙа бар икән?
Шланлы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 35 саҡрымда ята. Әле унда меңгә яҡын кеше йәшәй. Совет осоронда өс тапҡырға күберәк халыҡ донъя көткән. “Әсәйем ғүмер буйы колхозда эшләне, атайым автомат телефон станцияһы начальнигы булды. Шланлыла үҫһәм дә, бында ҡалырға теләгем юҡ ине. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң Себергә, Усинск ҡалаһына эшкә киттем. Институт тамамланым, механик, аҙаҡ автоколонна начальнигы булып эшләнем, өйләндем. Ике балабыҙ тыуҙы”, – ти 60 йәште уҙған уҙаман.
Ситтә йәшәһә лә, тыуған яғына юлы йыш төшә уның. Элекке “миллионер” колхоздың һүнгәнен күреп эсе боша. 1995 йылда ҡатыны менән Себерҙәге тотороҡло тормоштарын ташлап, Башҡортостанға ҡайта. Ҡатыны ла ошо яҡтан булғас, тиҙ аңлашалар. Йорттары төҙөлөп бөткәнсе, Стәрлетамаҡта йәшәйҙәр. Тормош иптәше Себерҙә эре компанияла финанс бүлеге начальнигы булып эшләгәс, бында ла шуға ярашлыраҡ шөғөл эҙләй, тик лайыҡлы хеҙмәт урыны таба алмағас, кире Усинскиға китә. Ир тыуған яғында балалары менән ҡала, тауыш-тынһыҙ айырылышалар.
Ғаилә башлығы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа сума, ауылдарҙа хужалыҡ һәм аҙыҡ-түлек магазиндары аса. Тәүге табышын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотона. Шеверлегә юл һалдыра, заманында һыу үткәргәндә ҡаҙылған ерҙәр шул көйөнсә булған. Техника менән колхоз ярҙам итә. Аҙаҡ, 90-сы йылдар аҙағында, кирбестән автобус туҡталыштары төҙөү эшенә тотона, эргәләренә киосктар ҡуя. Бизнес киңәйә бара, 2002 йылда эшҡыуар Шланлыла тәүге сауҙа үҙәген аса. Кешеләр төрлө кәрәк-яраҡҡа заявка бирә. Эшҡыуарҙы табыш алыу ғына ҡыҙыҡһындырмай, ул яҡташтарының тормош шарттарын еңеләйтеү өсөн дә тырышлыҡ һала.
Төҙөү планда ҡаралмаһа ла, икмәкхана асырға тура килә. Колхоз бурысын ҡайтара алмағас, эшҡыуар менән иҫке икмәкхана бинаһы менән иҫәпләшергә була. “Ҡорамалдарҙы яңырттыҡ, ремонт эшләнек. Хәҙер икмәк, ҡалас, бәлеш бешерәбеҙ, шунда уҡ мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙатабыҙ”, – ти Виссарион Игнатьев.
2008 йылда билмән цехы асалар, унда өс ауыл халҡы эшләй. Бөтә продукция магазиндар аша һатыла. Шуныһын да әйтергә кәрәк: бер нисә сауҙа үҙәге асылғас, бәләкәй магазиндарҙы ябырға тура килә, ә бушаған биналарҙы бушлай йәш эшҡыуарҙарға тапшыра. Хәҙер уларҙың береһендә бөҙрәхана эшләй. Виссарион Игнатьев бөтә коммуналь хеҙмәттәргә сығымды һәм һалым түләүҙе үҙ өҫтөнә алған.
Эшҡыуар үҙенең иң ҙур ҡаҙанышы тип Шланлы һәм Шеверле ауылдары араһын һыу һаҡлағысты тергеҙеүҙе иҫәпләй. ”80-се йылдарҙа уны төрлө етешһеҙлектәр менән төҙөгәндәр, ә 90-сы йылдарҙа һыу ятҡылығы йырылған. Урынында йырын барлыҡҡа килгән, үлән баҫҡан. Аҙаҡ сүп-сар өйөмөнә әүерелгән. Беҙ сүплекте ауылдаштар менән тәртипкә килтерҙек. Һыу һаҡлағысты тергеҙеү тураһында уйлаша башланыҡ. 12 миллион һум самаһы аҡса кәрәк булып сыҡты. Үҙебеҙҙең көс менән генә еңеп сыға алмаҫыбыҙҙы аңланыҡ. Федераль ҡаҙнанан аҡса алыуға ирештек”, – ти ҡәнәғәтлек менән ул.
Ғорурланыу өсөн тағы бер сәбәп бар: Шланлы һәм Шеверле араһын тоташтырған юлға асфальт һалыу. “Сығымды тулыһынса власть органдары күтәрҙе. Әммә йыйындар үткәреү, төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеүҙәр, фекер алышыуҙар – барыһы ла етерлек булды. Маршруттарҙа хәҙер яҡшы автобустар йөрөй, халыҡ ҡәнәғәт”, – ти йүнсел.
Хәҙер ауылда бөтә тейешле инфраструктура бар: мәктәп, дауахана, балалар баҡсаһы, магазин... Балалар баҡсаһына – уйынсыҡтар, мәктәпкә аҡсалата ярҙам кәрәкһә, кемгә мөрәжәғәт итһендәр, әлбиттә, абруй ҡаҙанған яҡташтарына! Бер нисә йыл элек стоматология кабинетына ремонт үткәреү, яңы ҡорамалдар алыуға ихтыяж тыуғас, эшҡыуар ситтә тороп ҡала алмаған, аппараттар алып биргән. 14 ауылды хеҙмәтләндергән дауахана сафта булырға тейеш, тип иҫәпләй ул.
Киләсәккә пландар етерлек. Халыҡ өсөн яңы эш урындары кәрәк, ферма асыу, мал аҙығы әҙерләү, саңғы базаһы булдырыу уйы ла өлгөрөп еткән. Уҙаман күптән инде яңы ғаилә ҡорған, хәҙер уның алты балаһы бар. Тыуған еренән бер ҡайҙа ла китеү теләге юҡ. ”Тамырҙар ебәрмәй, иң мөһиме – тырышлыҡтың һөҙөмтәһен күрәм. Ситкә яҡшы тормош эҙләп киткәндәр яңынан тыуған яғына ҡайта, ике ауыл араһында буш ятҡан ерҙә егерме йорт ҡалҡып сыҡты”, – тип һөйөнә Виссарион. Ауылдарҙы тергеҙеүгә күпме аҡса һалғанын әйтергә ҡыймаһа ла, уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе күҙгә күренеп тора. “Ауылдаштарымдың ярҙамынан, кәңәшенән тыш яңғыҙым бер эш тә ҡыра алмаған булыр инем”, – тип яҡташтарына ихтирамын белдерә ул.