Социаль мәсьәлә
10 Март 2021, 15:50

"Иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инергә тырышасаҡбыҙ"

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаровтың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың яҙғы форумын асыуҙа ҡатнашҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровтың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың яҙғы форумын асыуҙа ҡатнашҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.
Өфөләге “ВДНХ-ЭКСПО” майҙансығында асылған был форум – Волга буйы федераль округындағы иң ҙур тармаҡ майҙаны. Андрей Назаров торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү беҙҙең республика өсөн өҫтөнлөклө булыуын белдерҙе. Уның әйтеүенсә, “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проектын тормошҡа ашырған субъекттар араһында Башҡортостан былтыр 21 урынға өҫкәрәк күтәрелгән һәм хәҙер һигеҙенсе урынды биләй.
"Был һәйбәт күрһәткес булып тора. Яҡындағы йылдарҙа иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инергә тырышасаҡбыҙ, – тине Премьер-министр. – Республикала һәр урында уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырырға кәрәк".
Андрей Назаров Башҡортостанда ошо йүнәлештә бер нисә программаның уңышлы тормош ашырылыуы тураһында әйтте. Мәҫәлән, “Башҡорт ихаталары”, подъездарҙы ремонтлау, урамдарҙы яҡтыртыу.
"Башҡортостан йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙә етди тәжрибәгә эйә. Былтыр уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Рәсәй конкурсында республикабыҙ алдынғы урындарҙы яуланы", – тине Андрей Назаров.
Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас