Эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса түләүҙәр, әсәлеккә бәйле пособиелар, производствола зыян күргәндәрҙе страховкалау буйынса тәьмин итеү, профессиональ йәрәхәтләнеү, сир осраҡтарын ҡыҫҡартыу буйынса иҫкәртеү сараларын финанслау, льготалы категориялы граждандарҙы техник реабилитациялау саралары, шифаханаларҙа һәм курорттарҙа дауалауға юлламалар менән тәьмин итеү, уларҙың дауалау урынына барыу һәм унан ҡайтыуға юл хаҡын түләү – ошо һәм башҡа функцияларҙы – Рәсәй Федерацияһы субъекттарында Социаль страховка фонды төбәк бүлексәләре үтәй.
Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе етәксеһе Марат Мөкмин улы ЛАТИПОВ ведомствоның эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
– Былтырғы йыл барыһы өсөн дә еңелдән булманы. Марат Мөкмин улы, Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе өсөн ул нисек тамамланды?
– Шуны билдәләргә кәрәк, 2020 йыл баштан уҡ беҙҙе киң үҙгәрештәргә әҙерләгәйне: былтыр 1 июлдән Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһенең граждандарға пособиеларҙы туранан-тура түләүгә күсеүе планлаштырылғайны. Был үткән йыл өсөн төп һәм социаль йәһәттән бик мөһим яңылыҡ булды. Тәү сиратта ул эшләп йөрөгән граждандарға, эш биреүсенең финанс хәленә ҡарамайынса, тейешле пособиеларҙы алыуҙы гарантиялай.
Был үҙгәрешкә әҙерлек бик етди барҙы, сөнки страховкаланған (эшләүсе) граждандар алдындағы бурыстарыбыҙҙы был датанан һуң бөтөнләй яңыса атҡарырға тейеш инек. Республиканың 100 мең тирәһе эш биреүсеһе үҙҙәренең 1,5 миллиондан ашыу эшсеһенә Социаль страховка фонды иҫәбенән башҡарған түләүҙәрен 2020 йылдың 1 июленән алып белгестәребеҙ түләргә тейеш тигәнде аңлата ине. Бындай күләмле мәсьәләне, эш биреүселәр һәм медицина ойошмалары менән эшмәкәрлек электрон форматҡа күсереүһеҙ ҡулланылыштағы программаларҙың ныҡлы әҙерлеген тәьмин итеүһеҙ тормошҡа ашырырлыҡ түгел ине.
Ҙур әҙерлек эше 2017 йылдан, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙының электрон форматы барлыҡҡа килгәндән алып, башҡарыла ине. Тулы 2019 йылды һәм 2020 йыл башын был процеста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла деталле, аныҡ мәғлүмәт биреүгә һәм техник яҡтарҙы ҡарауға арнаныҡ. Проектты тәғәйенләнгән ваҡытта башлаһаҡ та, туранан-тура түләүҙәр механизмына күпкә иртәрәк тотондоҡ. Эпидемиологик хәл дә үҙгәрештәр индерҙе, әлбиттә. Илдә коронавирус инфекцияһын таратмау һәм халыҡҡа, эшләгән граждандарға, медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү маҡсатында оператив саралар ҡабул ителде. Социаль страховка фонды яңы ярҙам итеү сараларын төп башҡарыусыларҙың береһенә әйләнде.
Марттан, йәғни проекттың үҙенә күсеүгә тиклем дүрт ай алдан, иңебеҙгә өҫтәмә функцияларҙы һәм вәкәләттәрҙе алдыҡ. Эйе, йыл еңел булманы, әммә Социаль страховка фондының процестарҙы һанлаштырыу өсөн даими ынтылыуы һөҙөмтәһендә был хәлдәргә максималь рәүештә әҙер инек, өҫтәп әйтәм, Социаль страховка фондына күп кенә функциялар тап ошо әҙерлек сәбәпле йөкмәтелде.
– Һүҙ ниндәй функциялар хаҡында бара? Аңлатһағыҙ ине...
– 2020 йылдың мартында, коронавирусҡа бәйле хәлдәр ҡырҡыулашҡас, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан инфекцияның таралмауы өсөн ашығыс саралар күрелде. Ошоға бәйле, страховкаланған кешеләр коронавирус сире теркәлгән илдәрҙән ҡайтҡас, Социаль страховка фондының сайты аша интерактив форма буйынса электрон эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы астырыуға ғариза тапшырҙы, һәм шунда уҡ сит илдә булыуҙарын раҫлаған документтарҙың фотоһын да беркеттеләр. Улар менән бергә йәшәгән граждандарҙың да ошондай уҡ эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙына хоҡуғы бар ине.
Ошо барлыҡ ҡағыҙҙар буйынса граждандарға туранан-тура пособие түләнек. Был хәл республикалағы эш биреүселәргә беренсе тапҡыр Социаль страховка фондына мәғлүмәттәр реестрын йүнәлтеү тәжрибәһен туранан-тура түләүҙәргә күскәнгә тиклем үк өйрәнеү мөмкинлеген бирҙе. Был, әлбиттә, туранан-тура түләүҙәрҙе атҡарырға ярҙам итте. Сара 2020 йылдың 20 мартынан 2020 йылдың 1 июленә тиклем ғәмәлдә булды.
Апрелдән алып ошо уҡ механизм буйынса тиерлек 65 һәм унан да олораҡ йәштәге эшләп йөрөгән пенсионерҙарға эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы буйынса пособиелар түләй башланыҡ. Ваҡытлыса ҡағиҙәләр буйынса эш биреүселәр Социаль страховка фондына үҙҙәрендәге ошо йәш категорияһындағы граждандар буйынса мәғлүмәт ебәрә. Ошо мәғлүмәттәр буйынса дистанцияла электрон эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙҙары асыла, аҙаҡ улар буйынса пособие түләнә. Был документ 14 көнгә асыла, сөнки COVID-19 менән бәйле карантин оҙайлығы тап шундай. Был ваҡыт эсендә ошо категориялағы граждандарға карантин, үҙ-үҙеңде изоляциялау тәртибен һаҡлау, бер ҡайҙа ла йөрөмәү зарур. Карантин режимын боҙған өсөн яуаплылыҡ ҡаралған. Әйткәндәй, республикала 65 йәште уҙһа ла эшләп йөрөгән 27 мең тирәһе кеше бар.
Был сара, Рәсәй Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, 2020 йылдың 6 апреленән ғәмәлдә ине, ә 18 июндән, республика етәкселеге ҡарарҙарына ярашлы, ғәмәлдә булыуын дауам итә. Башҡортостанда был категориялағы граждандарҙың үҙ-үҙен ҡурсалау режимы әле лә ғәмәлдә.
Шулай уҡ COVID-19 менән бәйле хеҙмәти бурыстарын үтәгәндә сәләмәтлегенә зыян килгән медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль бюджеттан бер тапҡыр бирелә торған страховка түләүҙәрен атҡарыуҙы дауам итәбеҙ. Әгәр осраҡ эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ менән тамамланһа йәки инвалидлыҡҡа килтермәһә, бер тапҡыр түләнә торған страховка суммаһы 68811 һум тәшкил итә. Страховка осрағы иһә эш биреүсе төҙөгән табиптар комиссияһы тарафынан тикшерелә. Әгәр бындай сир инвалидлыҡҡа килтерһә, түләүҙәр суммаһы түбәндәгесә: I төркөм инвалидына – 2064339 һум, II төркөм инвалидына – 1376226 һум, III төркөм инвалидына 688113 һум түләнә. Медицина хеҙмәткәре вафат булған осраҡта страховка түләүе 2752452 һум тәшкил итә. Был осраҡтарҙа тикшереү “Роспотребнадзор” вәкиле ҡатнашлығындағы комииссия тарафынан уҙғарыла һәм һөҙөмтәлә профессиональ сир осрағы тураһындағы акт төҙөлә.
Был функцияларҙы былтыр майҙан алып Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин 2020 йылдың 6 майында ҡул ҡуйған 313-сө “Айырым категориялағы медицина хеҙмәткәрҙәренә өҫтәмә страховка гарантияларын биреү тураһында”ғы Указына ярашлы үтәйбеҙ.
Бынан тыш, федераль бюджет иҫәбенә COVID-19 диагнозы ҡуйыу һәм дауалау буйынса, COVID-19 инфекцияһы асыҡланған пациенттар менән эшләүсе, медицина ярҙамын күрһәткән медицина һәм башҡа хеҙмәткәрҙәргә махсус социаль түләүҙәрҙе атҡарабыҙ. Махсус социаль түләүҙәрҙе COVID-19 инфекцияһы асыҡланған һәм инфекцияланыу хәүефе янаған төркөм граждандарға социаль ярҙам күрһәткән социаль хеҙмәтләндереү стационар ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә лә түләйбеҙ. Был функцияларҙы, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 30 октябрендәге 1762-се һәм 18 ноябрендәге 1859-сы ҡарарҙарына ярашлы, 2020 йылдың ноябренән үтәйбеҙ.
– Граждандарға тәғәйенләнгән барлыҡ пособиелар ҙа түләндеме? Социаль страховка фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһе сығымдарының күләме ниндәй?
– Барлыҡ бурыстарыбыҙҙы ла тулы күләмдә үтәйбеҙ. Яңы функцияларҙы иҫәпкә алып, былтыр эшебеҙҙең барлыҡ йүнәлештәре буйынса сығымдар 22,3 миллиард һум, йәғни үткән йылға ҡарата 140 процент булды.
Сығымдарҙың төп өлөшөн граждандарға хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлеккә бәйле мотлаҡ социаль страховка иҫәбенә сығымдар 17,4 миллиард һум тәшкил итте. Ошо сумманан 11,1 миллиард һумы эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса түләү өсөн файҙаланылды. Сағыштырыу өсөн: 2019 йылда был сумма 6,3 миллиард һум ине. Үҫеш яҡынса ике тапҡырға артты. Сәбәптәре аңлашылалыр: сирләгән граждандар байтаҡ, күптәр карантинда булды.
Әсәлеккә бәйле пособиеларҙы түләү өсөн 6,3 миллиард һум тотонолдо. Был сумма эсендә – йөклөлөк һәм бала тыуыу, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына иртә срокта иҫәпкә тороу, сабый тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие, баланы йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса ай һайын түләнелгән пособиелар.
Дәүләт тарафынан гарантияланған пособиеларҙы түләүҙә өҙөклөктәр булмаһын өсөн 2020 йыл дауамында Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының үҙәк резервынан 7,9 миллиард һум бүленде. 2019 йылда был сумма 1,2 миллиард һум тәшкил иткәйне.
Шулай уҡ федераль бюджет иҫәбенән инвалид балалары булған, эшләп йөрөгән ата-әсәләргә дүрт өҫтәмә ял көнө өсөн түләйбеҙ.
Былтыр производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховкалауҙы тәьмин итеү өсөн 1,5 миллиард тирәһе аҡса йүнәлтелде. Был суммала – ай һайын һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, производствола йәрәхәтләнеү йәки профессиональ сир һөҙөмтәһендә хеҙмәткә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиелар түләүгә сығымдар, шулай уҡ зыян күргәндәрҙе медицина, социаль, профессиональ реабилитациялау, шифахана-курорттарҙа дауалау, медикамент хаҡтарын ҡаплау, реабилитациялауҙың барлыҡ техник саралары, шул иҫәптән дарыуҙар менән тәьмин итеү.
Производствола зыян күргән 20 кеше былтыр Социаль страховка фондынан барлығы 9 миллион һумлыҡ махсус автомобилдәр алды. 2001 йылдан, закондар ғәмәлгә ингәндән алып, производствола зыян күргән граждандарға 1200 тирәһе автомобиль бирҙек.
Производствола бәхетһеҙлек осрағы йә профессиональ сир һөҙөмтәһендә зыян күреүселәрҙе страховкалау буйынса тәьмин итеүҙән тыш, ошондай осраҡтарҙы булдырмау өсөн ҙур эштәр алып барабыҙ – производствола йәрәхәтләнеүҙе һәм профессиональ сирҙәрҙе иҫкәртеү буйынса сараларҙы финанслайбыҙ. Былтыр иҫкәртеү сараларын финанслау буйынса программа сиктәрендә республикала 4715 эш биреүсе Социаль страховка фондынан 448 миллион һумға яҡын аҡса алды.
Иҫкәртеү сараларына түбәндәгеләр ҡарай:
* Хеҙмәткәрҙәргә медицина тикшереүен үткәреү өсөн 98 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.
* Зыянлы хеҙмәт шарттарында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе шифахана һәм курортта дауалау өсөн 55,5 миллион һум тотонолдо.
* Шәхси һаҡланыу сараларын һатып алыу өсөн 113 миллион һум сарыф ителде.
* Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе шифаханала һәм курортта дауалау өсөн 80,6 миллион һум тотонолдо.
Шуны билдәләргә кәрәк: былтыр ошо йүнәлештә лә, эпидемиологик хәл сәбәпле, яңылыҡтар булды. Программаға ярашлы, эш биреүселәргә COVID-19 инфекцияһын таратмау өсөн битлектәр, бирсәткәләр, антисептиктар һәм башҡаларҙы һатып алыу мөмкинлеге бирелде. 641 эш биреүсе ошо мөмкинлектән файҙаланды һәм 70 миллион һумлыҡ һаҡланыу сараһын һатып алды.
– Эш биреүселәр сикләү шарттарында иғәнәләр буйынса үҙ бурыстарын үтәй алдымы?
– Әлбиттә, ваҡытында түләнмәгән осраҡтар ҙа булды, әммә эш биреүселәргә ярҙам саралары ҡаралғайны. Айырым алғанда, зыян күргән тармаҡтар, микропредприятиелар өсөн производствола бәхетһеҙлек осраҡтарынан һәм профессиональ сирҙәрҙән мотлаҡ социаль страховка иғәнәләрен түләү ваҡыты күсерелде. Былтыр 31 декабргә тиклем сығып тикшереүҙәр туҡталып торҙо, 2020 йылдың беренсе кварталына отчет биреү һәм иҡтисади эшмәкәрлектең төп төрөнөң раҫлау сроктары кисектерелде.
Коронавирус инфекцияһын эләктереү хәүефе шарттарында страховкалаусылар менән күбеһенсә электрон хеҙмәттәшлекте ҡулланабыҙ. Бының өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы, Социаль страховка фонды шлюзы, lk.fss.ru сайтында страховкалаусының шәхси кабинеты бар.
– Льготалы категорияларға ҡараған граждандарҙы техник реабилитациялау саралары, шифахана, курорттарҙа дауалауға путевкалар менән тәьмин итеү йәһәтенән ҡыйынлыҡтар булманымы?
– Бөгөн техник реабилитациялау саралары, протездар һәм протез-ортопедик изделиелар менән тәьмин итеү буйынса 46 меңдән ашыу инвалид, шул иҫәптән 5 меңдән ашыу инвалид бала иҫәптә тора. 2020 йылда федераль бюджеттан бүленгән аҡса нигеҙендә, льготалы категориялы граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлап, үҙ бурысыбыҙҙы уңышлы атҡарҙыҡ. Шуны билдәләргә кәрәк: Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәренә реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү өсөн 26 миллиард һум аҡса бүленде, һәм шуларҙың 1 миллиард һумын республикабыҙ алды. Бүленгән аҡсаны 100 процент кимәлендә файҙаландыҡ. Эпидемиологик хәлгә бәйле ҡыйынлыҡтар ҙа булды, әлбиттә. Изделиеларҙы ташыусыларҙың Башҡортостан буйынса тотҡарлыҡһыҙ хәрәкәт итеүен ойоштороу өсөн республика ҡалалары һәм райондары хакимиәттәре менән әүҙем эшләнек.
Поставкалаусылар реабилитация сараларын махсус пункттар аша биреүҙе ҡыҫҡартты һәм күпселек осраҡта инвалидтарҙың йәшәү урынына алып барҙы, һаҡланыу сараларын ҡулланып, әлбиттә. Дөйөм алғанда, был йүнәлеш буйынса йылды уңышлы тамамланыҡ.
Былтырғы, әммә әле лә ғәмәлдә булған бер үҙгәрешкә туҡталғы килә. Ваҡытлыса тәртипкә ярашлы, граждандарҙың медицина-социаль экспертизаһы ситтән тороп эшләнә. Инвалидлыҡ ҡуйылған ваҡытынан тағы алты айға оҙайтыла. Һөҙөмтәлә инвалидтың шәхси реабилитация һәм абилитация программаһы буйынса ҡаралған барлыҡ саралар оҙайтыла.
Льготалы категориялы граждандарҙы шифаханаларға юлламалар менән тәьмин итеү еңелдән булманы, әлбиттә. COVID-19 пандемияһы шарттарында сикләү сараларының барлыҡҡа килеүе сәбәпле, Рәсәй Хөкүмәте тарафынан шифаханалар ваҡытлыса эшләмәне. 2020 йылдың апреленән алып граждандарға юлламалар бирелмәне. Июлдә сикләү сараларының йомшартылыуы һөҙөмтәһендә Ҡара диңгеҙ буйы, Ҡырым Республикаһы, Кавказ минераль һыуҙары шифаханаларының эшмәкәрлеге ҡайтанан тергеҙелде. Башҡортостандағы шифаханалар ҙа былтыр августа граждандарҙы ҡабул итә башланы. Бынан тыш, республика Башлығының 2020 йылдың 18 мартында ҡул ҡуйған “Көсәйтелгән әҙерлек” режимын индереү тураһында”ғы Указына ярашлы, төбәктәге 65 йәште үткән граждандарҙың үҙ-үҙен ҡурсалау режимы бер тапҡыр ғына индерелмәне. Һөҙөмтәлә уларға юлламалар бирелмәне.
Былтыр льготаларға эйә граждандарға, дөйөм алғанда, 92,5 миллион һумлыҡ 3959 юлламаны тапшырҙыҡ. Бөгөн шифаханаға һәм курортҡа юллама алыу өсөн сиратта федераль льготаға эйә булған 18 меңдән ашыу граждан, шул иҫәптән 3 мең тирәһе инвалид бала иҫәптә тора.
– Ниндәйҙер сәбәптән кеше шифаханаға бара алмаһа, ул үҙенең сиратын юғалтамы?
– Әлбиттә, юҡ. Был йәһәттән борсолорға кәрәкмәй, сөнки шифаханала йәки курортта дауаланыу сираты һаҡлана. Яңы ғариза яҙырға ла кәрәкмәй, әммә юллама алғанда 070/у формалы медицина белешмәһен тапшырыу мотлаҡ.
– “Бала табыу сертификаты” тураһында ла һөйләһәгеҙ ине. Ул нимә өсөн кәрәк?
– Был программа “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уны республикала Социаль страховка фонды тормошҡа ашыра. Был – эшебеҙҙең бер өлөшө, ул да күләмле. Бала табыу сертификаттары буйынса ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары – ҡатын йөклө саҡта, бала табыу йорттары – сабый тыуғанға тиклем һәм унан һуң ҡараған, балалар поликлиникалары балаға бер йәш тулғанға тиклем медицина хеҙмәте күрһәткән өсөн аҡса ала. Былтыр был программа буйынса тағы бер түләүле өҫтәмә хеҙмәт – ҡатындарға йөклөлөк осоронда бушлай хоҡуҡи, психологик һәм медицина-социаль ярҙамы күрһәтелә башланы. Былтыр килешеү төҙөлгән 84 медицина ойошмаһына 411,6 миллион һум аҡса күсерҙек. Медицина ойошмалары, программаға ярашлы, аҡсаны матди-техник базаны нығытыу, белгестәргә эш хаҡын түләү һәм ауырлы ҡатындарға дарыуҙар һатып алыуға йүнәлтә.
– Марат Мөкмин улы, ҙур күләмле генә эштәр һәм бурыстар атҡарылған. Былар барыһы ла – былтырғы һөҙөмтәләр. Ә быйыл ниндәй үҙгәрештәр булды?
– Йола буйынса тип әйтһәк тә була инде, йыл башынан пособиелар күләме үҙгәрҙе. 1 февралдән социаль пособиелар 4,9 процентҡа индексацияланды. Нигеҙҙә, әсәлеккә бәйле пособиелар үҙгәрештәр кисерҙе.
Башҡортостанда ҡулланылған район коэффициентын иҫәпкә алып, пособиелар күләме миҫалдарын килтерәм. Йөклөлөктөң иртә срогында – 12 аҙнаға тиклем – медицина ойошмаларына иҫәпкә торған ҡатындарға бер тапҡыр бирелә торған пособие күләме 814 һум да 46 тингә тиклем артты. Бала тыуғанда атай йәки әсәй хәҙер 21719 һум 27 тин күләмендә бер тапҡыр пособие аласаҡ.
Әйткәндәй, былтыр 1 июндән башлап, баланы 1,5 йәшкә тиклем ҡарау буйынса ай һайын түләнгән пособие күләме хәҙер баланың нисәнсе булып тыуыуына бәйле түгел. Пособиеның был төрө лә 1 февралдән индексацияланды һәм 8145 һум 28 тин тәшкил итә. Ҡабатлап әйтәм: был сумма беренсе, шулай уҡ икенсе һәм артабан тыуған бала өсөн дә бер үк күләмдә түләнәсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәм, эшләгән граждандарға баланы бер йәш ярымға тиклем ҡарау буйынса ай һайын түләнгән пособие страховка осрағы башланған йылға тиклемге ике календарь йылдың уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә түләнә. Әммә был пособие күрһәтелгән минималь күләмдән бәләкәй булырға тейеш түгел. Йыл башынан был пособиеның максималь күләме лә артты һәм ул хәҙер 29 600 һум 48 тин тәшкил итә.
Индексация йөклөлөк һәм бала табыуға бәйле пособиеларға ҡағылмай, әммә улар хаҡында ла һөйләү кәрәктер, тип иҫәпләйем. Быйыл 1 ғинуарҙан был пособиеның минималь күләме 67 709 һум 60 тин тәшкил итә. Был иһә минималь хеҙмәт түләүенең (МРОТ) 12 792 һумға тиклем үҙгәреүе менән бәйле. Ә бына пособиеның сик суммаһы йыл һайын үҙгәрә, сөнки уртаса көн эш хаҡы арта. Шулай итеп, 140 көн йөклөлөк һәм бала табыу буйынса пособиеның максималь күләме 340795 һумға етте. Билдәләп әйтәм, Рәсәй Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе йыл һайын 6 миллиард һумдан ашыу аҡсаны әсәлеккә бәйле пособиеларҙы түләү өсөн тотона.
Әйткәндәй, барлыҡ үҙгәрештәрҙе, r02.fss.ru һылтанмаһы аша инеп, уҡып белергә мөмкин. Бынан тыш, “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Инстаграм” кеүек социаль селтәрҙәрҙә лә беҙҙе табырға була. lk.fss.ru адресы буйынса Социаль страховка фондының шәхси кабинеттарынан файҙалана алаһығыҙ. Колл-үҙәктең 8(347) 262-70-10 телефоны ла һеҙҙең ҡарамаҡта. Шулай итеп, белгестәр әсәлек, эшкә ваҡытлыса яраҡһыҙлыҡ кеүек пособиеларға бәйле һорауҙарға яуап бирәсәк. Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙегеҙгә тәғәйенләнгән пособиелар, дәүләт гарантиялары һәм үҙгәрештәр менән танышып барығыҙ.
“Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға сәләмәтлек теләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.
– Марат Мөкмин улы, һорауҙарыбыҙға ентекле яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!