Өфөлә йәшәгән 15 йәшлек Софья Журавлева ауыр дәрәжәләге балалар церебраль фалижына (ДЦП) дусар. Ҡыҙ үҙаллы хәрәкәтләнә алмай.
Программа буйынса уға механик коляска ғына тейеш, өҫтәүенә уныһы ла ватылған. Ҡыҙҙың әсәһе Александра Кондукторова “Берҙәм Рәсәй” партия бүлексәһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә.
Кисә Ленин районы хакимиәтендә балаға тантаналы шарттарҙа двигателле һәм автоматик идара итеү мөмкинлеге булған 150 мең һумлыҡ заманса коляска бүләк иттеләр. “Был коляскаға идара итеү ҡыҙыма еңел буласаҡ, үҙаллы ла йөрөй аласаҡ”, - ти Софьяның әсәһе.
Ҡыҙ шунда уҡ бүләкте һынап ҡараны, заманса функцияларын өйрәнде. Башҡалар ярҙамынан тыш яңы аппаратта йөрөү мөмкин булған маршрутты ла билдәләне. Ул иң тәүҙә Салауат Юлаев майҙанын барып күрергә теләй. Коляска бик уңайлы, уны еңел генә йәйеп, машинаға һалып та була.
"Беҙ Өфөнөң Ленин районындағы инвалидтар ойошмаһын бынан биш йыл элек шефлыҡҡа алғайныҡ. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышабыҙ, ата-әсәләр менән аппараттарҙы ҙурлығы, уңайлығы буйынса бергәләп һайлайбыҙ", - ти “Берҙәм Рәсәй” партияһының Ленин районыныдағы бүлексәһе секретары Рөстәм Сәхәбетдинов.