Социаль мәсьәлә
15 Март 2021, 18:00

"Беҙҙе яратҡан ғаиләлә йәшәргә теләйбеҙ"

- Был хәтлем татыу бер туғандарҙың беҙҙә булғаны юҡ ине әле, - тиҙәр Өфөнән барған етемдәр тураһында.

“Рәсәй-1” каналында Өфө ҡалаһында йәшәгән дүрт бер туған баланы тәрбиәгә алырға теләгән ғаиләләргә мөрәжәғәт иттеләр. Яҙмыш ҡосағына ташланған сабыйҙар “Бөтәһе лә өйҙә саҡта” тапшырыуының “Һеҙҙең балағыҙ буласаҡ” рубрикаһы геройҙары булып сығыш яһаған.
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең опека һәм попечителлек идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөтә сабыйҙар ҙа балалар йортона бергә килеп эләккән. Бер йылға яҡын улар шунда тәрбиәләнә.
Камилға - 11, Таняға - 9, Катяға - 7, Костяға - 4 йәш. Өлкәндәре Камил - яҡшы күңелле, хәстәрлекле, аралашыусан, ҡыҙыҡһыныусан бала. Бындай ҙа берҙәм туғандарҙың әлегә тиклем беҙҙә булғаны юҡ ине әле, ти педагогтар. Таня асыҡ күңелле, һүрәт төшөрөргә әүәҫ, тиҫтерҙәре менән уйнарға ярата. Катя тыныс холоҡло, үҙаллы, уҡырға ярата. Ҡыҙҙарҙың икеһе лә парикмахер булырға хыяллана. Кескәй Костя туғандары менән бергә уйнай, уларға бик ныҡ бәйләнгән. Балалар үҙҙәрен яратҡан ғаиләлә йәшәргә теләй.
Тапшырыу эфирға сығыу менән опека һәм попечителлек идаралығына балаларҙы үҙҙәренә алырға теләгән кешеләр мөрәжәғәт иткән. Әле ғаиләләрҙе һайлау эше дауам итә. Етемдәр ҡыҙыҡһындырһа, идаралыҡҡа түбәндәге телефондар аша шылтырата алаһығыҙ: 8-347-279-91-85, 8-347-279-91-84.
Фото: ”Башинформ”.
Читайте нас