Бөгөн, 16 мартта, Өфөлә инвалидатр өсөн республикала беренсе “РИТМ” файҙалы көндөҙгө мәшғүллек үҙәге асылды. Ул Өфө ҡалаһы, Парк урамы, 9 адресы буйынса эшләй.
Уны асыу тантанаһында вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Псков ҡалаһынан махсус ҡунаҡтар, “СоДейсвие” инвалид балалары булған ата-әсәләрҙең төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, проект партнерҙары һәм башҡа саҡырылған кешеләр ҡатнашты.
Был үҙәкте асыу инвалидлығы булған кешеләрҙең реабилитация ҡеүәһен күтәреү, шулай уҡ 18 йәштән өлкәнерәк инвалидтар өсөн хеҙмәт терапияһы һәм көндөҙгө социаль мәшғүллек ысулы менән социаль-хеҙмәт реабилитацияһын тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк
Проект республикала ошоноң кеүек үҙәктәрҙе үҫтереү һәм арттырыу маҡсатын ҡуя. Башҡортостан Башлығы указына ярашлы, Хөкүмәт программаһы буйынса республикала 2024 йылға тиклем ошондай кәмендә 30 үҙәк асылырға тейеш.
Файҙалы көндөҙгө мәшғүллек үҙәктәренең икенсе атамаһы – интеграциялы хеҙмәт оҫтаханалары. Европаның күп илдәрендә (мәҫәлән, Германия, Франция, Англия, Финляндия һәм башҡалар) улар бер нисә тиҫтә йыл эшләй. Рәсәйҙә уларҙы 1999 йылдан Псков ҡалаһында башлағандар. Ул бөгөнгә тиклем уңышлы эшләй һәм инвалидтарға ярҙам күрһәтә. Бындай оҫтаханалар Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Түбәнге Новгород, Владимир өлкәләрендә бар.
“РИТМ” пилот үҙәге нигеҙендә оҫтаханаларҙың концептуаль йүнәлештәре эшләнәсәк, ҡабул итеү тәртибе, эшмәкәрлектең һәм көндөҙгө мәшғүллектең төрҙәре, формалары билдәләнәсәк. Әлеге ваҡытта бында кәрәкле төҙөлөш-ремонт эштәре башҡарылған, инвалидтар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырылған. Бында уҡыу кластары, йәшәү өсөн бүлмә (уҡыу-күнекмә фатиры), декоратив ижад бүлексәһе, тегеү бүлексәһе, балсыҡ менән эш итеү бүлексәһе, кер йыуыу урыны, оҫталар өсөн бүлмә, аш-һыу бүлмәһе бар. Һәр төр эшмәкәрлек өсөн тейешле ҡорамалдар һатып алынған.
Штатҡа белгестәр алынған (дүрт оҫта һәм бер проект кураторы), улар эшмәкәрлек төрө буйынса тәжрибә туплаған һәм махсус уҡыу үткән.
Көн һайын даими нигеҙҙә Үҙәктә инвалидлығы булған 20 самаһы кеше шөғөлләнәсәк. Көн тәртибенә ярашлы уларға социаль хеҙмәт мәшғүллеге ойоштороласаҡ, ял, төрлө саралар ҡаралған. Ашау өсөн әҙерләнгән бүлмәлә улар туҡланып ҡына ҡалмаясаҡ, ә үҙҙәре бешерергә, сервировка эшләргә һәм йыйыштырып ҡуйырға өйрәнәсәк.
Уҡыу фатирында курстар сиктәрендә биштән 30 көнгә тиклем менталь һәм башҡа кәмселектәре булған инвалидтар йәшәйәсәк. Улар көн тәртибе буйынса тормоштарын ойоштороу (уяныу, иртәнге процедуралар, иртәнге аш әҙерләү, “эшкә” йыйыныу), транспортта үҙаллы йөрөргә өйрәнеү, проект партнерҙары майҙансыҡтарында хеҙмәт мәшғүллеген ойоштороу (һөнәри ориентация, экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре), туҡланыуҙы ойоштороу (төшкө, киске аштар әҙерләү, өҫтәлде сервировкалау, ҡашығаяҡты йыйыштырыу), бүлмәләрҙе йыйыштырыу, әйберҙәрҙе тәртиптә тотоу, магазинға барыу (аҙыҡ-түлек исемлеген төҙөү, аҡса һанын иҫәпләү), ял ваҡытын ойоштороу (театр, кино, музей һәм башҡа учреждениеларға барыу), спорт консультациялары (спорт төрөн һайлау, бассейнға барыу, йөҙөргә өйрәнеү), һөнәри ориентация (һөнәри тестар үтеү, хеҙмәт төрөн асыҡлау) менән шөғөлләнәсәк.
Артабан ошоноң кеүек файҙалы 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәктәрен үҫтереү өсөн буласаҡ етәкселәр һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн “СоДействие” ойошмаһы һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ике семинар үткәрәсәк.