Социаль мәсьәлә
16 Март 2021, 13:22

Йәшәү минимумына етмәһә…

Дөйөм матди тәьминәт күләме ошо төбәктәге хаҡлы ялдағыларҙың йәшәү минимумы дәүмәленә етмәһә, эшләмәгән пенсионерҙарға федераль йәки төбәк өҫтәмәһе билдәләнә.

Дөйөм матди тәьминәт күләме ошо төбәктәге хаҡлы ялдағыларҙың йәшәү минимумы дәүмәленә етмәһә, эшләмәгән пенсионерҙарға федераль йәки төбәк өҫтәмәһе билдәләнә.


Федераль социаль өҫтәмә Рәсәй Пенсия фондының территориаль органы тарафынан түләнә. Был аҡса эш­ләмәгән пенсионерҙың дөйөм аҡсалата тәьминәте ул йәшәгән төбәктә­ге йәшәү минимумы дәүмәленә етмәгән осраҡта билдәләнә. Мәғлүм булыуынса, төбәктәрҙә пенсио­нер­ҙарҙың йәшәү минимумы тотош Рәсәй буйынса был күрһәткестән түбәнерәк.


Төбәк социаль өҫтәмәһе социаль яҡлау органдары тарафынан түләнә. Ул ил субъ­ек­тын­дағы пенсионерҙың йәшәү минимумы бөтә Рәсәй буйынса ошо күрһәткестән юғарыраҡ, ә дөйөм аҡсалата тәьминәте төбәктәге пенсионерҙың йәшәү минимумынан түбәнерәк булғанда билдәләнә.


Эшләмәгән пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәтен иҫәпләгәндә түбәндәгеләр иғтибарға алына:

* бөтә пенсиялар;

* сроклы пенсия түләүҙәре;

* өҫтәмә матди (социаль) тәьминәт;

* айлыҡ аҡсалата түләүҙәр (шул иҫәптән социаль хеҙмәт­тәр йыйылмаһының хаҡы);

* Рәсәй төбәктәре ҡану­ниәте­нә ярашлы, аҡсалата билдә­ләнгән башҡа социаль ярҙам саралары (бер тапҡыр күрһә­телә торған социаль ярҙам сараларынан тыш).


Бынан тыш, пенсионерҙың дөйөм матди тәьминәтен иҫәп­ләгәндә телефонды файҙалан­ған, торлаҡ һәм коммуналь хеҙ­мәттәр, бөтә төр пасса­жир­ҙар транспортында юл йөрөү өсөн түләүҙәр буйынса социаль ярҙам сараларының аҡса­лата эквиваленты, шулай уҡ ошондай хеҙмәттәр өсөн тү­ләү­гә сығымды аҡсалата компенсациялау ҙа иҫәпкә алына.


Фото: m.in-news.ru
Читайте нас