Социаль мәсьәлә
17 Март 2021, 13:30

Депутат һалымдан азат итмәксе...

Парламентарий йылына биш миллион һумдан башланған табышҡа 15 процент ставкаһы буйынса һалым һалыуҙы тәҡдим итә.

Рәсәйҙә йылына 204 мең һумдан аҙыраҡ аҡса эшләгәндәрҙән килем һалымын (подоходный налог) түләтмәүҙәре ихтимал. Был хаҡта закон проекты Дәүләт Думаһына ҡарау өсөн тапшырылған.
Башланғыстың авторы - Рәсәйҙең либераль-демократик партияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһы депутаты Сергей Катасонов. Закон проекты буйынса, айына 17 мең һумға тиклем аҡса алғандар килем һалымынан азат ителергә, ә ҡалғандар өсөн йыллыҡ килем дәүмәленә ҡарап, яңы прогрессив шкала индерелергә тейеш. Парламентарий биш миллион һумдан башланған табышҡа 15 процент ставкаһы буйынса һалым һалыуҙы тәҡдим итә. Эш хаҡы 10 миллион һумдан артһа, һалымды – 25 процент күләмендә, әгәр ҙә табыш йылына 100 миллион һумдан да ашһа, бюджетҡа уның 35 процентын ҡайтарырға тура киләсәк.
Депутаттың иҫәпләүенсә, был һалым йөгөн бай рәсәйҙәрҙең иңенә күберәк һалыуҙан тыш, бюджетҡа йылына 343 миллиард һумды ҡайтарырға мөмкинлек бирәсәк.
Фото: Pronedvig.ru
Читайте нас