18 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль хеҙмәттәргә эйә булыу мөмкинлеген киңәйтеүгә һәм уларҙың сифатын яҡшыртыуға арналған кәңәшмәлә сығыш яһаны. Уны видеоконференция тәртибендә Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева үткәрҙе.
Башҡортостан Калининград, Кемерово, Түбәнге Новгород һәм Новгород өлкәләре менән бер рәттән 2020 йылдан “Системанан кешегә” милли социаль башланғысы тормошҡа ашырылған биш пилот төбәгенең береһе булды.
– 2020 йылда пилот төбәктәрҙә тормоштағы хәлдәр миҫалында ҡараштар һынап ҡаралды, – тине Светлана Чупшева. – Халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре аша эшкә урынлашыуҙа ярҙам күрһәтелде, өлкәндәр өсөн социаль хеҙмәтләндереү ойошторолдо, мөмкинлеге сикләнгән кешеләр өсөн техник реабилитация саралары, балаға пособие алыуҙа булышлыҡ ителде.
– Беҙ ике йыл элек Стәрлетамаҡта асылған Көньяҡ-Көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә ошондай социаль хеҙмәттәрҙе күрһәтә башланыҡ. Үҙәктең яңы эш моделе эшһеҙлекте һәм һөҙөмтәһеҙ мәшғүллекте иҫкәртеүгә йүнәлтелә, – тине Радий Хәбиров. – Уның эшмәкәрлеген беҙ бер нисә фокус-төркөм аша анализланыҡ һәм дөрөҫ ҡарар ҡабул итеүебеҙгә инандыҡ. Эксперт төркөмөнөң эш йомғаҡтарына ҡарағанда, мәшғүллек үҙәктәренең эшмәкәрлеген ҡулайлаштырыу буйынса 50 тәҡдимдән торған пакет төҙөнөк. Яңыртылған учреждениелар эшкә урынлаштырғанда дәғүәсегә мөмкин тиклем күберәк социаль хеҙмәт күрһәтеү өсөн уның йәшәү шарттарын тулыһынса иҫәпкә алырға тейеш.