Социаль мәсьәлә
22 Март 2021, 11:45

Йәнә мәктәптә туҡланыу тураһында ла һөйләштеләр

Башҡортостан мәктәптәрендә экобуфеттарҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.

Башҡортостан мәктәптәрендә экобуфеттарҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.
22 мартта Башҡортостан Хөкүмәтендә мәктәп туҡланыуы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары эшмәкәрлеген статистик күҙәтеүҙе ойоштороу өлкәһе көнүҙәк мәсьәләләре буйынса кәңәшмә булды. Видеобәйләнеш форматында үткәрелгән сара республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә уҙҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов ҡатнашты.
Андрей Назаров мәктәптә туҡланыу сифатының республика Башлығының айырыуса контролендә икәнлеген хәтергә төшөрҙө. Муниципаль берекмәләр хакимиәттәре йәһәтенән өҫтәмә, системалы контроль ойошторолған, көндәлек рацион мониторингына яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән.
– Үткәрелгән кәңәшмәләр һәм ҡабул ителгән саралар ярҙамында хәлде тотороҡландыра алдыҡ. Беҙҙә мәктәптәрҙә уҡығандарҙың аҙыҡ-түлекте ҡабул итеү режимын һәм графигын системалы контролдә тотоу ойошторолған. Лаборатория шарттарында аҙыҡтың сифатын һәм составын тикшереү буйынса һөҙөмтәле эш атҡарыла. Әммә шул уҡ ваҡытта граждандарҙың мөрәжәғәттәрен анализлау уларҙың әҙерәк кәмеүен күрһәтһә лә, ҡайһы бер шелтәләр ҡала әле, – тип белдерҙе Андрей Назаров.
Дөйөм белем биреү ойошмаларында туҡланыу сифатын күтәреү саралары тураһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов һөйләне.
Мәктәп уҡыусыларының туҡланыу сифатын яҡшыртыу өсөн Андрей Назаровтың йөкләмәләренең береһе экобуфеттарҙы ойоштороу ине. Рөстәм Моратовтың әйтеүенсә, әле Башҡортостандағы 1934 белем биреү ойошмаһында 392 буфет эшләй. Беренсе вице-премьер белдереүенсә, төҫ индикацияһын сәнәғәт етештереүе продукцияһын уға ҡушылған шәкәр, тоҙ, май кислоталарын һәм башҡаларҙы маркировкалау миҫалы буйынса файҙаланыу мөмкинлеге күҙаллана. “Светофор” ирекле маркировкалауы Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте тарафынан эшләнгән. Күҙалланыуынса, экобуфеттарҙа урындағы продукцияға өҫтөнлөк биреләсәк. Туҡланыу сифатын күтәреү саралары менән бер рәттән, мәктәп аҙыҡ-түлек блоктары ҡорамалдарын заманлаштырыу ҡарала.
Фото: Республика Хөкүмәте.
Читайте нас