Социаль мәсьәлә
23 Март 2021, 13:14

Хәтер – беҙҙең күңел хазинаһы

Ғүмер юлын лайыҡлы үтер кәрәк.

Тормош шатлыҡтарҙан ғына тормай, көйөнөстәре лә бар. Кешегә яҡты донъяға килеп өлгөргәнлек осорона баҫҡанға тиклем күпме юғалтыу, үкенес, ғазапланыу тойғолары кисерергә тура килһә лә, яҡты донъяның таң ҡалдырырлыҡ матурлығына һоҡланып, донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәйбеҙ ҙә йәшәйбеҙ. Әлеге юғары тиҙлектәге заманыбыҙ – үҙе оло бәйге, йәшәү өсөн тынғыһыҙ көрәш майҙаны, ҡайһы саҡ ғүмерҙәрҙең ике килмәүен бер аҙ оноттороп та ҡуя.



Ветерандарға ҡәҙер-хөрмәт – сауаплы ғәмәл


Аҡыл эйәләре, фәлсәфәгә бирелеп, үтелгән ғүмерҙе бер йотом һыуға, ҡыл осонда торған шәмгә, донъяның бер тамсыһына тиңләй, бәғзе әҙиптәр йәшәү оҙайлығының ҡыҫҡалығына ишаралап, “кемгә – спринт, кемгә – марафон” тип тә сағыштыра.
Әммә тәбиғәт ҡанундарына ҡаршы барырлыҡ көстөң булмауын һәр кем яҡшы аңлай, ҡасан да булһа яҡындарыңды юғалтыу ҡайғылары, һуңғы юлға оҙатыу, документтар әҙерләү мәшәҡәттәре менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килә. Был йәһәттән боронғо заман кешеләренең тәрән аҡылына, тормош тәжрибәһенә, “ҡайтмаҫ юлға” кәрәк булған бөтә әйберҙәрҙе – энә-ептән алып, еҫле һабын, кәфенлек, хушбуй, хәйерлек аҡса, таҫтамалдар – әҙерләп, “үлемлек һандығына” һалып ҡуйыу тәртибенә иҫең китер. Яҡындарын һуңғы юлға ҡәҙерләп, кешесә тәрбиәләп оҙатыу өсөн тәсбих әйтеп, йыназа уҡыуы, хәйер таратыу кеүек хушлашыу ғәмәлдәрен башҡарыуҙары – үҙе изгелек йолаһы. Ерләү ҡанундары теүәл үтәлгән, ҡәберҙәр кәртәләнгән, мәрхүмде иҫкә алыу, уның рухына хәйер биреү, зыяратты тәртиптә тотоу йолаһы ныҡ һаҡланған. Шөкөр, тип әйтергә кәрәк, хәҙер ҙә урындарҙа зыяраттарҙы ҡәҙерләп тотоу буйынса халыҡ тарафынан иғтибарға лайыҡлы ҙур эштәр башҡарыла.
Хәҙерге заманда ерләү мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алған күп төрлө хеҙмәттәр бар. Кешенең иң ҡайғылы, ярҙамға мохтаж сағында байтаҡ эште башҡарған ойошмалар булыуы, һис һүҙһеҙ, тормош талабы. Уларҙың араларында ла төрлөһө осрай – табыш алыу өсөн генә эшләгәне, кеше ҡайғыһында отошло яҡты ғына уйлағаны, ауыр мәлдәрҙе еңелсә үткәрергә ярҙам ҡулы һуҙғандары, кеше хәсрәтенә битараф булмай, һәр кемдең хәленә ингәндәре.
Бөгөн һеҙҙе кеше тормошонда иң ауыр, һағышлы, үкенесле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе үҙ өҫтөнә алған “Поклон” ритуаль комплексы” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте менән таныш­тырмаҡсыбыҙ. “Поклон” һүҙен төрлөсә тәржемә итергә мөмкин: табыныу, баш эйеү, ололау. Ойошма эшмәкәрлеге менән яҡындан танышҡандан һуң, был һүҙҙең “түбәнселек менән баш эйеү” төшөнсәһенә нығыраҡ тап килеүен асыҡланыҡ.
Өфө районының Михайловка ауылы ситендә урынлашҡан махсуслаштырылған предприятие, мәрхүмдәрҙе һуңғы юлға лайыҡлы оҙатыуҙа ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеүсе булараҡ, ҙур танылыу алған. Бынан алты-ете йыл элек ҡола ялан ерҙә иркен ихаталы ҙур бина, автомобилдәр паркы һәм етештереү цехтары ҡалҡып сыҡты. Йәмғиәт директоры Марат Усманов беҙҙе үҙенең хужалығы менән таныштырыр алдынан ошо эшкә нисек тотонорға баҙнат итеүе хаҡында һөйләне.
– Социаль тәьминәт бүлегендә эшләгәндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрбиҙәр, ҡыҙыу нөктәләрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр өсөн ниндәй эштәр башҡарылғанын күҙәттем. Уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү өсөн тағы ла нимәләр эшләргә булыр ине, тигән һорау тынғы бирмәне, – ти предприятиеның генераль директоры Марат Ғәлихан улы. – Йәштән яҙмышымды хәрби хеҙмәт менән бәйләгәнгә күрә, һуғыш ветерандарының яҙмышы, ғаиләләренең тормош-көнкүреше, хәтерҙе яңыртыу, илһөйәрлек мәсьәләләре күңелдән бер ҡайҙа ла китеп юғалғаны юҡ. Ғүмерҙең утыҙ йылы илдең Ҡораллы Көстәренә бәйләнгән бит.
Марат Усманов Өфө ҡалаһының Киров районы хәрби комиссариатында 12 йыл эшләгәндән һуң Республика хәрби комиссариатында хеҙмәт итә. Мауыҡтырғыс эш осоронда ҡыҙыҡлы, иҫтә ҡалырлыҡ шәхестәр, командирҙар менән осрашыу күңелдә тәрән эҙ ҡалдыра. Ә хәрби хәрәкәт ветерандары, инвалидтар, һәләк булған яугир ғаиләләренең мәнфәғәттәрен яҡлау һәм социаль тәьмин итеү буйынса үҙәктә эшләгәндә, бик күп ҡатмарлы мәсьәләләр менән осрашырға тура килә, шуға күрә Марат Ғәлихан улы етәкселек иткән “Поклон” йәмғиәтенең Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәрен ерләү, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү эшенә йәлеп ителеүе ғәжәп түгел. Ҡәбер таштарын ҡуйыуға, кәртәләүгә киткән ҙур сығымдарҙы дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Ил азатлығы өсөн башын һалған яугирҙәргә хөрмәт күрһәтеүҙең бер билдәһе булған бурысты сифатлы итеп, еренә еткереп башҡарырға ла кәрәк бит әле. Ә “Поклон” йәмғиәтенең көс-ҡеүәте лә, мөмкинлектәре лә етерлек, яуаплылығы ла билдәле.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының сафы көндән-көн һирәгәйгәндә уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү, хәрби мемориалдарҙы ремонтлау, яңыртыу, тәртиптә тотоу мөһим. Әгәр ҙә Михайловка ҡасабаһына юл төшһә, Хәрби Дан скверында төҙөлгән мемориаль комплексҡа күҙ һалмай китмәгеҙ. Һуғышта һәләк булған 211 ауылдаштың исемдәре яҙылған мәрмәр плитәләр Һалдат һәйкәлен уратып алған. Яуҙан ҡайтып та, тыныс тормошта вафат булған, тыуған ерендә һуңғы төйәген тапҡан 174 яҡташының исемдәре лә мәңгеләштерелгән.
“Поклон” хеҙмәткәрҙәре ошо әһәмиәтле эштә әүҙемлек күрһәткән дә инде. Уларҙың ярҙамы менән ҡасабала Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы эргәһендә Советтар Союзы Геройҙары, Дан орденының тулы кавалерҙары аллеяһы барлыҡҡа килгән. Предприятие зыяраттарҙы төҙөкләндереүҙә лә ҙур теләк менән ҡатнаша. Ә уның етәксеһе Марат Усмановтың идеяһы һәм хәстәрлеге һөҙөмтәһендә ауыл паркында ысын хәрби техника ҡуйылған. Сик һаҡсылары иҫтәлегенә барлыҡҡа килгән комплексты төҙөүҙә лә предприятие ярҙам күрһәткән. Республиканың район һәм ҡалаларында ошо йылдар эсендә меңдән ашыу һәйкәл һәм мемориаль таҡта асылған.


“Поклон” ышанысты аҡлай


Предприятие хеҙмәткәрҙәре таштарға йән өрә, уларҙы иҫтәлекле һәйкәлдәргә әүерелдерә, яугирҙәргә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, йәш быуында илһөйәрлек рухын ҡабыҙа. Тик таштар ҙа йылдар үтеү менән иҫкерә, төҫһөҙләнә, емерелә, шул саҡта йәнә “Поклон” хеҙмәткәрҙәре биләмәләрҙәге обелиск-мемориалдарҙы яңыртыуға тотона. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек барышында ла иҫтәлекле урындарҙы тәртипкә килтереү буйынса байтаҡ эш башҡарылған.
– Беҙҙә иғтибарлы, әҙәпле һәм нәзәкәтле кешеләр эшләй. Был – хеҙмәткәрҙәр өсөн мөһим сифаттар. Сайтта бөтә кәрәкле мәғлүмәтте табырға мөмкин, тәүлек әйләнәһенә һорауҙарығыҙға яуап бирергә әҙербеҙ. Һәр клиенттың теләген иҫәпкә алып, айырым эшләйбеҙ. Беҙ бит ерләү һәм кәрәк-яраҡ һатыу менән генә шөғөлләнмәйбеҙ, кешеләр предприятиеға һәйкәлдәр эшләү, сәскә бәйләмдәре таҫмаларына яҙыу яҙҙырыу, ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтереү буйынса ла мөрәжәғәт итә, – ти Марат Ғәлихан улы. – Өҫтәүенә, ҡайһы бер юридик мәсьәләләр, тейешле пособиелар һәм льготалар тураһында мәғлүмәт бирәбеҙ, документтарҙы рәсмиләштерергә ярҙам итәбеҙ. Комплекста мәрхүм менән хушлашыу өсөн ҙур зал, санитар һәм ғибәҙәт ҡылыу бүлмәләре, махсус тауарҙар магазины бар. Белгестәребеҙ белемле, психолог һәр саҡ тейешле йыуатыу һүҙҙәрен эҙләп таба белә… Флористар, граверҙар, водителдәр һәм эшселәрҙең һәр береһе бурысын юғары кимәлдә башҡарыу менән бергә кешелеклелек сифаттарына эйә.
Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу хәстәрлеген тулыһынса өҫтөбөҙгә алабыҙ. Зыяраттарҙы тәртипкә килтереү буйынса контракттар төҙөгәнбеҙ. Ҡайғыға тарығандар араһында матди хәлдәре бик мөшкөл кешеләр ҙә осрай, ерләү өсөн дәүләт ярҙамынан тыш түләргә аҡсаһы булмағанда, бушлай хеҙмәт күрһәтәбеҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр, вафат булғандар хаҡында мәғлүмәт йыйып, ҡайғы баҫҡан йорт ишектәрен шаҡып йөрөмәй. Әхлаҡи-этик нормалар, кеше мәнфәғәттәре барыһынан да өҫтөнөрәк. Тәүлек әйләнәһенә эшләгән телефон аша беҙҙең менән һәр саҡ бәйләнешкә инергә мөмкин.


“Был донъяла эҙең ҡалһын…”


Марат Ғәлихан улының күккә ынтылып үҫкән төҙ ҡәләмдәй ҡарағай урмандары, күркәм тәбиғәте менән һоҡландырған Ҡариҙел районында тыуып үҫкәнен кабинет стенаһына эленгән картинанан белдек. Тыуған төйәге Яңы Берҙәш ауылын йөрәгендә йөрөткән эшҡыуарҙың башҡалар менән уртаҡлашыр хис-тойғоһо етерлек. Ул – үҙе лә алсаҡ, әңгәмәләшергә әүәҫ, бик асыҡ, теремек кеше. Кабинетында стеналарҙа – рәхмәт хаттары, почет грамоталары, сертификаттар…
“Поклон” ритуаль комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, 2019 йылда “Өфө районының иң яҡшы эшҡыуары” конкурсында ҡатнашып, “Хеҙмәттәр күрһәтеү, йәмәғәт туҡланыуы һәм көнкүреш хеҙмәтләндереүе” номинацияһында еңеп сыҡҡан һәм диплом менән бүләкләнгән. 2020 йылда иһә “Йыл эшҡыуары” республика конкурсында йәмғиәттең генераль директоры Марат Усманов “Көнкүреш хеҙмәттәре” номинацияһында беренсе урынға лайыҡ булған һәм диплом менән наградланған.
Хәрби хеҙмәттәге уңыштары өсөн ниндәй наградалар менән бүләкләнгәнен парадҡа кейә торған костюмын кейгәс кенә белдек. Беҙҙе ғәжәпләндер­гәне, әлбиттә, китап кәштәһендә теҙелеп киткән күренекле шәхестәрҙең, хәрби етәкселәрҙең усҡа һыйырлыҡ ҡына бюстары булды. Сал тарихта исемдәре мәңгелеккә ҡалған Сталин, Жуков, Ленин, Наполеон , Чаплин, Суворов, Александр I, Махно, Колчак... Ниндәй заманда йәшәүҙәре, ниндәй сәйәси ҡарашлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһы ла бер рәттә урын алған.
Марат Ғәлихан улы – бәхетле ғаилә башлығы ла. Улдары Эдуард менән Тимербулат – эштә атайҙарының таймаҫ ике терәге. Хәләл ефете Гөлнара Фәнил ҡыҙы ла “Поклон” йәмғиәтендә тормош иптәше менән иңгә-иң терәп хеҙмәт итә. Марат Ғәлихан улы республикалағы ритуаль хеҙмәттәр күрһәткән иң ҙур ойошмаға ниндәй ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгәнен бөтә тәрәнлегендә аңлай. “Донъяла яҡты эҙ ҡалдырыу өсөн бары яҡшылыҡ ҡылыу кәрәк”, – ти ул. Эйе, тап “Урал батыр” эпосында раҫланғанса: ”Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ, утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ, телдән төшмәҫ – яҡшылыҡ”.


Өфө районы.
Читайте нас