Социаль мәсьәлә
23 Март 2021, 13:17

Һылыуҙар битлеген систе

Дүртөйлө районы дауаханаһында Матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Ниһайәт, һылыуҙар йыл буйы битлек аҫтына йәшереп йөрөгән алсаҡ йөҙҙәрен асты. Төп титул өсөн көрәштә 12 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты.

Дүртөйлө районы дауаханаһында Матурлыҡ конкурсы уҙҙы. Ниһайәт, һылыуҙар йыл буйы битлек аҫтына йәшереп йөрөгән алсаҡ йөҙҙәрен асты. Төп титул өсөн көрәштә 12 медицина хеҙмәткәре ҡатнашты.


– Медицина битлектәре һәм тағун сиренә ҡаршы костюмдар кейеп көн-төн хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ниндәй һылыу икәнен күрҙегеҙме?! Донъя матурлыҡ бәйгеләре үрҙәрен яуларлыҡ барыһы ла. Ҡыйыу, ихлас, сабырҙар! Эпидемияның иң ҡатмарлы мәлдәрендә улар алғы һыҙыҡта булды. Сәләмәтлектәрен һәм ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙамлашты, әле лә төшөнкөлөккө бирелмәй хеҙмәт итәләр, – ти дауахананың баш табибы Айрат Рәхмәтуллин.
Баһалама төркөмөнә үҙҙәрен лайыҡлы тотҡан һылыуҙар араһынан иң-иңдәрен һайлау еңел бирелмәне. Береһенән-береһе сибәр, заманса зауыҡлы күлдәктәр кейгән, ижади конкурстарҙа һынатмаған ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу хисе тыуҙырҙы. Төп призды табип-стоматолог Юлиә Шәрәфетдинова яуланы.
Читайте нас