Өфөләге “Болоттар” үҙәгендә ығы-зығы һәм ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған фотограф Роман Филипповтың күргәҙмәһе ойошторолдо. Уның балалыҡ дуҫы, баш ҡалала урам һепереүсе булып эшләгән инвалид Юраға бурыстан ҡотолорға ярҙам иткәне тураһында бөтә Рәсәй халҡы белә.
Фотограф, социаль селтәргә һалған һүрәттәренә аңлатма биреп, Юраның алдаҡсылар һүҙенә ышанып банктан аҡса алыуына, ҙур бурысҡа батыуына әсенеп яҙған. Бер-ике минуттан тәүге аҡса суммаһы килеп тә төшкән, ә бер сәғәттән сит илдә йәшәгәндәрҙән аҡса килә башлаған. Тәүлек эсендә тейешле сумма йыйылған. Юраға хатта GQ журналы битенә эләгергә насип булған.
Хәҙер ир иғтибар үҙәгендә. Уның менән бергә фотоға төшөргә теләүселәр етерлек. Әле ул бер аҙ сирләп тора, оҙаҡламай ғәҙәттәге хеҙмәтенә ҡайтмаҡсы, ти дуҫы. Әммә Юрий Ветлугиндың фотомодель булып эшләргә лә теләге юҡ түгел.
Ә бына Роман Филипповты бындай популярлыҡ арытҡан. ”Мин бындай иғтибарға күнекмәгәнмен. Әйҙә, ул Юраға күберәк эләкһен, ул бит беҙҙең “йондоҙ”! – тип шаярта фотограф.
Фотокүргәҙмә Юраның йәш фанаттарына уның менән яҡыныраҡ танышырға ярҙам итте. Уның аккаунтына яҙылған кешеләр һаны артҡан. Урам һепереүсене төрлө программаларға саҡырыуҙар дауам итә, ул бындай танылыуҙан ялыҡмаған төҫлө, популярлыҡҡа еңел ҡарай. Яңынан һепертке менән көрәккә тотонорға тура килһә лә, аптырап тормаясаҡ, ул әҙер!