Социаль мәсьәлә
26 Март 2021, 07:50

Ауылдар табипһыҙ ҡалмаҫ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлау системаһының медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү” төбәк проектына ярашлы, медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү буйынса дәүләт ярҙамы саралары күрелә. Был йәһәттән Башҡортостанда дүрт дәүләт программаһы тормошҡа ашырыла.

2021 йылда “Ауыл табибы” программаһы буйынса 83 табип өсөн – 1,5-әр миллион һум, ун фельдшерҙың һәр береһенә 750 мең һум аҡса ҡаралған. Был дәртләндереү сараһынан алыҫ һәм барып етеүе ҡыйын булған төпкөл ауылдарға, ҡасабаларға эшкә килгәндәр файҙаланасаҡ. Илле меңгә тиклем халыҡ йәшә­гән ауылдар һәм ҡасабаларға эшкә килгән ун табипҡа – берәр миллион һум, ике фельдшерға 500-әр мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк.

“Ауыл фельдшеры” програм­маһы буйынса быйыл 38 фельдшерға түләүҙәргә республика бюджетынан 19 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шулай уҡ ошо программа буйынса 143 табипҡа 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр компенсация түләү планлаштырылған. Бынан тыш, 150 табип 1 миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған компенсация аҡсаһы аласаҡ.
Читайте нас