Социаль мәсьәлә
26 Март 2021, 08:45

Балаларҙың дөрөҫ туҡланыуы мөһим

Мәктәп туҡланыуы – балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә лә даими ҡыҙыҡһындырған төп мәсьәләләрҙең береһе. Әйткәндәй, 1 марттан был өлкәлә яңы санитар ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Уларҙы боҙоу осраҡтары теркәлһә, протокол төҙөлә һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн саралар күрелә. Белем биреү ойошмаларынан тыш аутсорсерҙар ҙа тикшерелә. Ә улар Башҡортостанда бихисап.

Мәктәп туҡланыуы – балаларҙы ғына түгел, ата-әсәләрҙе лә лә даими ҡыҙыҡһындырған төп мәсьәләләрҙең береһе. Әйткәндәй, 1 марттан был өлкәлә яңы санитар ҡағиҙәләр ғәмәлгә инде. Уларҙы боҙоу осраҡтары теркәлһә, протокол төҙөлә һәм эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн саралар күрелә. Белем биреү ойошмаларынан тыш аутсорсерҙар ҙа тикшерелә. Ә улар Башҡортостанда бихисап.


Ҡырмыҫҡалы район хакимиә­тенең мәғариф бүлеге етәксеһе Гөлнара Иҫәнбаева менән Прибельский урта мәктә­бендә белем алған уҡыусыларҙы йылы аш менән тәьмин итеү барышы менән таныштыҡ. Әйткән­дәй, элек республикалағы һәр мәктәптең үҙ блюдолары һәм рацион теҙмәһе бар ине. Хәҙер Баш­ҡортостандағы белем биреү ойошмаларында берҙәм менюҙы ла белгес-диетолог төҙөй. Өҫтә­үе­нә, был меню мәктәп сайтына ла ҡуйылырға тейеш. Ошо рә­үешле ата-әсәләр балаларының нимә менән туҡланыуын белә ала. Ғөмүмән, федераль закон­дарға ярашлы, 2020 йылдың 1 сен­тяб­ренән “ата-әсәләр контроле” тигән билдәләмә индерелде. Шулай итеп, улар, мәктәп хаки­миәтенең рөхсә­тенә ярашлы, ашханаға килеп, мәктәптә бала­ларҙың туҡланыуын ойоштороу барышы менән таныша. Йәғни белем биреү ойошмаһы ашхана­һының стендына йәки мәктәп сайтына ҡуйылған менюҙа яҙылған­дарҙың ысынбарлыҡҡа тура килеүен белешә, мәктәп туҡла­ныуы блюдоларын тәмләй ала. Прибельский урта мәктәбе ашха­наһындағы блюдоларҙы район хакимиәте вәкилдәре лә даими тикшереп тора. Йәғни урындарҙа мәктәп туҡланыуы контролдә тотола: урындағы хакимиәт етәксе­ләре, респуб­ликаның Мәғариф һәм фән, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары һәм “Роспотребнадзор” вәкилдәре менән бер рәттән, уҡыусыларҙың туҡланыу сифатын күҙәтеп барасаҡ.


Әйткәндәй, йыш ҡына мәктәп ашханаһында бирелгән порция тураһында йәки башҡа һорауҙар барлыҡҡа килһә, иң башта мәктәп директорына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Әгәр белем биреү ойош­маһынан яуап булмаһа, рес­пуб­ли­каның Мәғариф һәм фән ми­ни­стр­лығына мөрәжәғәт итеү зарур.


– Мәктәптә туҡланыу буйынса айырым етди эш алып барыла. 2012 йылда уҡ районда был өлкә район ҡулланыусылар кооперативына бирелгәйне. Артабан эш­ҡыуарҙар был бурысты атҡарҙы. Хәҙер улар икәү генә ҡалды: “Өмөт” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәте һәм шәхси эшҡыуар Олеся Әминева менән эшләйбеҙ, – ти Прибельский урта мәктәбе директоры Рита Хисмәтуллина.


Шуныһы үҙенсәлекле: был мәк­тәптә ҡыҙҙарҙы аш-һыу серҙәренә өйрәтеү өсөн айырым бүлмә лә ҡаралған.
Читайте нас