Пандемияның тәүге көндәренән Шишмә районында ирекмәндәр сафына баҫҡан Радик Әсфәндийәровтың коронавирус инфекцияһынан һәләк булыуы яҡындарын, яҡташтарын, туғандарын ғына түгел, уны күреп белмәгән кешеләрҙе лә тетрәндерҙе. Был ҡайғылы хәбәр хаҡында республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр иткәйне.
Егет үҙ машинаһында ярҙамға мохтаждарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар ташыны, тик үҙе лә мәкерле вирусты йоҡторҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул сирҙе еңә алманы. Радиктың бәлиғ булмаған йәштәге ике балаһы, ҡатыны һәм ата-әсәһе ҡалды.
“Берҙәм Рәсәй” төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров әйтеүенсә, ғаиләгә бер тапҡыр бирелеүсе матди ярҙам күрһәтелгән. ”Ғаиләгә кер йыуыу машинаһы алып бирергә уйлайбыҙ. Радиктың бәлиғ булмаған балаларын опекаға алып, ғаиләне үҙебеҙҙең “Хәстәрлек картаһы”на индерәсәкбеҙ. Киләсәктә лә уларға ярҙам итәсәкбеҙ,” - тине етәксе.
Ғаилә шулай уҡ ирекмәнлек вазифаһын үтәгәндә вафат булыу менән бәйле 250 мең һум күләмендә страховка түләүен аласаҡ. Ғаиләнең ипотека буйынса бурыстарын түләүҙә лә ярҙам буласаҡ.