Белеүебеҙсә, Башҡортостан Рәсәйҙә мәктәптәрҙә ойошторолған стоматология кабинеттары һаны буйынса беренсе урынға сыҡты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың 800-ҙән ашҡан белем усаҡтарында “Юғарыға ос!” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар ғәмәлгә инә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019-2020 йылда “Юғарыға ос!” республика мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала 61 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың барыһы ла бер дизайнер стилендә эшләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған.
Балаларының бәләкәй сағынан тештәре һау һәм ынйылай матур булыуы – һәр ата-әсәнең уй-теләге. Шуға ла “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала стоматология кабинеттарының асылыуы хуплауға лайыҡ. Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский урта мәктәбендә лә “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә кабинетта яҡынса 305 мең һумдан ашыуға ремонт эштәре атҡарылған, проект модуле логотибы эшләнгән. Мәктәпкә 708890 һумлыҡ стоматология ҡорамалдары, ҡулланма материалдары ҡуйылған. Теш табибы Әлиә Ғиззәтуллина өсөн эшләү шарттары бында шәп.
Прибельский урта мәктәбе республикалағы башҡа ошондай белем усаҡтарынан нимәһе менән айырыла? “Беҙҙә 690 бала уҡый, 56 уҡытыусы һәм 26 хеҙмәткәр эшләй. Бында “Башҡорт мозаикаһы” тигән бик үҙенсәлекле сара үткәрелә. Уның маҡсаты – башҡорт теле менән бер рәттән, халҡыбыҙҙың, мәҙәниәтебеҙҙең төрлө яҡтарын сағылдырыу. Унда Тыва, Һамар һәм башҡа төбәктәрҙән вәкилдәр ҡатнашты”, – тип һөйләй мәктәп директоры Рита Хисмәтуллина.
Былтыр онлайн форматта үткәрелгән “Башҡорт мозаикаһы” Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.
Тағы шуныһы үҙенсәлекле: Прибельский урта мәктәбенең Бишауыл-Уңғар, Иҫке Шәрәй һәм Мөкәй ауылдарында филиалдары бар. Йәғни ошо ауылдағы ҡыҙҙарға һәм малайҙарға белем бирелә. Бынан тыш, күптән түгел мәктәп уҡыусылары уҡытыусылары Ф.М. Байымова һәм З.Т. Хисаметдинова етәкселегендә Ҡырмыҫҡалы ауылы мәҙәниәт йортонда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған “Салауат тоҡомдары” тигән спектаклде ҡарап ҡайттылар. Шулай итеп, мәктәптә балаларға белем биреүҙән тыш, республикабыҙ тарихына, мәҙәниәтенә лә һөйөү уяталар.