Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етем үҫкәндәргә баш ҡалалағы Кузнецов затоны микрорайонында яңы фатирҙарҙан асҡыстар тапшырҙы. Ун кеше торлаҡлы булды.
– Барығыҙҙы ла ҡотлайым һәм бәхет теләйем! Был фатир һеҙгә ғаилә ҡорорға, тормошҡа шатланырға ярҙам итер тип өмөтләнәм. Беҙҙең етемдәр алдында бурысыбыҙ бар, йыл һайын улар өсөн бүленгән фатирҙар иҫәбен арттырабыҙ. Быйыл баш ҡалала 200 етем торлаҡ асҡысы аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сират һаман ярайһы уҡ ҙур, шуға туҡтауһыҙ төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда торлаҡ алыу хоҡуғына 4 538 етем эйә. 2020 йылда ошо категорияға ҡараған 805 кешегә фатир бирелгән.
Төбәк етәксеһе Мәғариф урамында урынлашҡан фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, йорт туйлаусылар һәм урында йәшәүселәр менән аралашты. Улар микрорайонда мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар етмәүен, транспорт йөрөшө проблемаларын белдерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, Кузнецов затоны микрорайонында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған, поликлиника өсөн бина бүленгән. Быйыл йәй аҙағына 2200 урынлыҡ мәктәп проектын әҙерләйәсәктәр, ул республикала иң ҙуры буласаҡ. Төҙөлөш көҙ башланасаҡ.
Микрорайон үҫеше планы шулай уҡ был тарафта 2022 йылға тиклем йәмәғәт транспортының тағы алты туҡталышын булдырыуҙы күҙаллай.