Стәрлетамаҡта опека хеҙмәткәрҙәренең 12 йәшлек Ваняны, фатирҙа тейешле шарттар булмағаны өсөн, балалар йортона оҙатҡаны хаҡында яҙғайныҡ.
Ысынлап та, йәшәгән урынында дәрес әҙерләргә мөйөшө лә, бәҙрәф тә юҡ, өй иҫке, шыҡһыҙ. Шулай булһа ла, фатирына, өлкәнәйеп барған әсәһе янына ҡайтҡыһы килә Ваняның.
“Май айына тиклем бала приютта йәшәй ала әле, аҙаҡ әсәне ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итәсәктәр һәм Ваня балалар йортонда ҡаласаҡ. Әсәнең матди хәле ауыр, эш хаҡы ни бары 14 мең һум, тәҙрә ҡуйҙырғаны өсөн кредит түләй, ашарға аҡсаһы аҙ ҡала. Эскесе түгел. Ремонт эшләргә генә хәленән килмәй”, - ти Ваня үҙен ҡайтарыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән "Изгелек йөйғоро" ирекмәндәр ойошмаһынан Регина Биргулиева.
Ирекмәндәр ғаиләнең бәләһенә битараф ҡала алмай, аҡса йыйып, Ваняның фатирында ремонт башлай. ”48 мең һум йыя алдыҡ. Әлбиттә, был бик аҙ, төҙөлөш материалдары, йыһаздар өсөн аҡса кәрәк.Шулай ҙа эште башланыҡ”, - ти ирекмән. Эште күп аҡса талап иткән ванна һәм бәҙрәфтән башлағандар, стеналарҙы көпләп, иҙәнде алмаштырғандар, яңы унитаз ҡуйғандар. Һыу үткәргәндәр, обой йәбештергәндәр.
“Бөтәһен дә үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнек. Хәҙер яңы кухня гарнитуры килтереүҙәрен көтәбеҙ, әлегә өҫтәл һәм карауаттар алырға аҡсабыҙ юҡ, - ти ирекмән. - Ремонтты тамамлағас, опеканы саҡырып, фатирҙы күрһәтәсәкбеҙ. Ваняның өйгә, әсәһе янына ҡайтыуына өмөт итәбеҙ”.