Социаль мәсьәлә
29 Март 2021, 04:30

Сабыйҙарынан баш тартҡандар...

1 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 12 меңгә яҡын етем иҫәпләнә

Республикала 49 ҡатын яңы тыуған сабыйҙарынан баш тартҡан. Был күңелһеҙ һандар яңыраҡ Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтай ултырышында килтерелде.
Шулай итеп, былтыр биш тиҫтәгә яҡын бала етем ҡалған, уларҙы тәрбиәләүҙе дәүләт үҙ өҫтөнә алған. 2019 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес ике етемгә артығыраҡ. 2018 йылда бала табыу йорттарында әсәләр тарафынан 36 сабый ташлап ҡалдырылғайны. Был һандар үткән йылдар менән сағыштырғанда байтаҡҡа аҙ кеүек тойолһа ла, әсәләрҙең үҙ балаһынан баш тартыуы аҡылға һыймаҫлыҡ күренеш.
2011 йылда бала табыу йорттарында - 103, 2012 һәм 2013 йылдарҙа -127-шәр, 2014 йылда- 101, 2015 йылда -78, 2016 йылда 80 сабый ташлап ҡалдырылды. Быйылғы 1 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республикала 11 960 етем иҫәпләнә, шуларҙың 10 897-һе ғаиләләргә урынлаштырылған. Ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәндәр һаны былтыр 466-ға еткән, 71 баланы ғаиләнән алырға мәжбүр булғандар.
Фото:Pomedicine.ru
Читайте нас