Мәғлүм булыуынса, ағымдағы йылдың 1 апреленән өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларға түләнә торған пособиены алыу шарттары үҙгәрә. Бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында яңы ҡағиҙәләр буйынса матбуғат конференцияһы үтте, сарала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлыҡтары, Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге, “Күп фунциялы үҙәк” дәүләт автономиялы учреждениеһы вәкилдәре ҡатнашты.
Матбуғат конференцияһын асып, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Николаевна Кабанова, айлыҡ аҡсалата түләү ҡағиҙәләре Рәсәй Президентының 2021 йылдың 10 мартында сыҡҡан 140-сы Указына ярашлы ғәмәлгә инә һәм ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн күпкә анығыаҡ, адреслыраҡ буласаҡ, тип белдерҙе.
Яңы ҡағиҙәләрҙә ғаиләләрҙең мохтажлыҡ кимәлен комплекслы баһалау ҡаралған, ул үҙ эсенә граждандарҙың килемдәрен генә түгел, матди яҡтан тәьмин ителешен дә ала. Шул уҡ ваҡытта түләүҙе юллау ысулы әүәлгесә ябай булып ҡала: пособие алыу өсөн йә “Дәүләт хеҙмәте” порталында электрон ғариза яҙыу (Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге бүлектәрендә, филиалдарында ла алдан яҙылып, ғариза ҡалдырырға мөмкин), йә уны күп функциялы үҙәктә ҡалдырыу фарыз.
Төрлө ведомство белгестәре яңы ҡағиҙәләрҙе аныҡлап үтте. Шулай итеп, иҫәп алгоритмы нисек үҙгәрәсәк һәм кем пособиены юғарыраҡ күләмдә аласаҡ?
Пособиеның быйылғы нигеҙ күләме – балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһы йәки беҙҙең республика өсөн 5038,5 һум. Әгәр ҙә ошо түләүҙе алып та, ғаиләлә айлыҡ килемде йәшәү минимумынан арттырып булмай икән, түләүҙе бер бала өсөн 7557,75 һумға еткерәсәктәр. Әгәр был осраҡта ла дөйөм килем һәр ғаилә ағзаһы өсөн йәшәү минимумынан аҙыраҡҡа тура килә икән, түләү 10 077 һум тәшкил итәсәк.
“Мәҫәлән, Ивановтар ғаиләһендә биш кеше бар: ире, ҡатыны һәм өс бала. Уларҙың икәүһе – өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар. Уларҙың айлыҡ дөйөм килеме – 30 мең һум. Ивановтар пособиеға ғариза яҙа. Ул нисек иҫәпләнәсәк, күләме ниндәй буласаҡ?
Республикала йән башына йәшәү минимумы 10015 һум тәшкил итә. Иҫәпләү түбәндәгесә була: 40077 һум айлыҡ дөйөм килем (30 000 һум + 5038,5-әр һумдан балалар өсөн ике нигеҙ пособиеһы) биш ғаилә ағзаһына бүленә. Һөҙөмтәлә, һәр кемгә 8 015,4 һум аҡса тура килә. Был йәшәү минимумынан түбән, шуға ла был осраҡта иҫәпләүҙең икенсе варианты ҡулланыла: балалар өсөн йәшәү минимумының 75% түләнәсәк һәм ул саҡта һәр ғаилә ағзаһы өсөн килем күләме 9023,1 һум тәшкил итәсәк. Әммә был да йәшәү минимумынан аҙ, шуға ла ғаилә был ике баланың һәр ҡайһыһы өсөн 10077 һум пособие аласаҡ.
Әлеге ваҡытта был пособиены республикала 100 меңгә яҡын ғаилә ала. Әгәр ҙә уларҙың килемдәре элекке кимәлдә ҡалған һәм 45 мең самаһы тәшкил итә икән, улар һәр бала өсөн 10077 һум аласаҡ, 40 мең самаһы ғаилә 75 % – 7557,75 һум, 15 мең самаһы ғаилә 5038,5 һум пособиеға иҫәп тота ала.
Былтырғы һандарға килгәндә, 2020 йылда был льгота менән республикала 107 мең ғаилә файҙаланған. Уларҙа өс йәштән ете йәштәгесә 137 мең бала тәрбиәләнә. Был түләүҙәрҙең 88 проценты федераль ҡаҙнанан финанслана. 12 проценты республика иҫәбенә тура килә. Һандарға килгәндә, тап ошо пособиелар өсөн былтыр Башҡортостанда ете миллиард һум аҡса тотонолған.
Пособиеға эшләүселәр генә дәғүә итә аламы?
Ғаилә килеме былай иҫәпләнә: ғариза биргән көндән алда үткән дүрт ай алып ташлана һәм унан алда булған бер йыл иҫәпкә алына. Мәҫәлән, һеҙ быйыл апрелдә ғариза бирҙегеҙ икән, тимәк, килемде 2019 йылдың декабренән 2020 йылдың ноябренә (был ай ҙа инә) тиклем иҫәпләйәсәктәр.
Йыл дауамында ғаиләләге һәр бәлиғ кеше рәсми килем алырға тейеш. Был түбәндәге сығанаҡтар булыуы ихтимал:
рәсми эш хаҡы, шул иҫәптән граждан-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә. шәхси бизнестан, шул иҫәптән, үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгәндәге килемдәр. Ғаиләнең ундай килемдәре булмауы бер нисә осраҡта иҫәпкә алына: мәҫәлән, ул күп балалы һәм ата-әсәнең береһе балалар тәрбиәләү менән мәшғүл, ата йәки әсә бер үҙе генә баланы тәрбиәләй (уларҙың береһе йә вафат, йә эҙһеҙ юғалған, тип рәсми билдәләнгәндә), әсә йә ата декрет ялында өс йәшкә тиклемге баланы тәрбиәләһә, инвалидты йәки 80 йәше тулған оло кешене ҡараһа, ғаилә ағзаһына 23 йәш тулмаған һәм ул йә урта, йә юғары уҡыу йортонда белем алһа һәм башҡалар (гәзит вариантында аныҡ исемлек биреләсәк).
Яңы ҡағиҙәләрҙә билдәләнеүенсә, пособиеға дәғүә иткән граждандарҙың килемдәре генә түгел, мөлкәте лә иҫәпкә алынасаҡ. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был ярҙам адреслыраҡ була бара һәм, ысынлап та, ауыр хәлдлә ҡалғандарға йүнәлтелә тигән һүҙ.
Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге етәксеһе Николай Калмацкий ғаризаның ҙур булыуын, һигеҙ блоктан тороуын билдәләп үтте. Һорауҙарҙың һәр ҡайһыһына дөрөҫ һәм ентекле итеп яуап биреү фарыз, сөнки ведомство-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә барлыҡ мәғлүмәттәр ентекле тикшереләсәк.
Документтар ағымдағы йылдың 1 апреленән ҡабул ителә башлай. Әммә уны тиҙ һәм кисекмәҫтән биреүҙә ихтыяж юҡ: быны 2021 йылдың 31 декабренә тиклем эшләргә мөмкин, ә пособие барыбер ғинуарҙан алып иҫәпләнәсәк.
Был мөһим үҙгәрештәр тураһында “Башҡортостан” гәзитендә ентекле материал донъя күрәсәк. Һорауҙарығыҙ булһа, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының “ҡыҙыу линияһы”на ла шылтыратырға мөмкин:
8 (347) 200-80-80. Ул эш көндәрендә 8.30 - 17.30 сәғәттәрҙә эшләй.