Социаль мәсьәлә
30 Март 2021, 08:00

“Изгелек ҡылыусылар” һеҙгә килмәнеме әле?

Ирекмәндәр һәм айырым йүнәлештәге белгестәр уларға ҡар көрәү, йорт хайуандарын тышта йөрөтөп инеү, хужалыҡ буйынса башҡа эштәрҙә ярҙам итә.

Башҡортостанда “Изгелек ҡылыусылар” проекты старт алды. Төп маҡсаты – республиканың ярҙамға мохтаж кешеләренә бушлай ярҙам күрһәтеү һәм уларҙың көнкүреш уңайлыҡтарын арттырыу. Ирекмәндәр һәм айырым йүнәлештәге белгестәр ярҙамға мохтаждарға ҡар көрәү, йорт хайуандарын тышта йөрөтөп инеү, хужалыҡ буйынса башҡа эштәрҙә ярҙам итә.
“Изгелек ҡылыусылар” проекты “Беҙҙең хәстәр” төбәк ирекмәндәр үҙәге эшмәкәрлеге сиктәрендә айырым бер йүнәлешкә әйләнде. Бер йыл элек халыҡтан мөрәжәғәттәр буйынса колл-үҙәктең эшен башлағас, ни тиклем күп кешеләрҙең ярҙамға мохтаж булыуын күрҙек. Ҡайһы бер мәлдә яңғыҙ пенсионерҙарға, инвалидтарға магазинға аҙыҡ-түлеккә, поликлиникаға барыу, ҡайһы саҡта һыу кранын төҙәтеү, һауыт-һаба һәм иҙән йыуыу кеүек эштәрҙе атҡарыуы ауыр. Нәҡ “Изгелек ҡылыусылар” проекты кешеләргә хужалыҡта ошондай мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ярҙам итәсәк”, – тип билдәләне “Беҙҙең хәстәрлек” төбәк ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Александр Толстых.
“Хәстәр картаһы” сиктәрендә ярҙам күрһәтеү буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Махсус килешеүҙе, күберәк белгестәрҙе һәм матди сығымдар талап иткән мөрәжәғәттәр ҡаралмай.
“Ғаризалар өлкән йәштәге яңғыҙ йәшәгән граждандарҙан, хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән кешеләрҙән һәм көтмәгәндә ауыр хәлдә ҡалған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән ҡабул ителә. Килгән мөрәжәғәттәр операторҙар тарафынан эшкәртелә һәм проект өсөн яуаплы ирекмәндәр үҙәгенә йүнәлтелә, улар иһә бурысты үтәүҙе билдәләй һәм талап ителгән сығанаҡты йәлеп итә. Билдәләнгән көндә “Изгелек ҡылыусылар” тейешле адрес буйынса сыға”, – тип белдерҙе “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенең матбуғат-хеҙмәте.
Фото: “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас