Илебеҙҙең күп төбәктәрендә күҙәтелгән “демографик соҡор”, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Башҡортостанды ла урап үтмәне. Республикала һуңғы алты йылда яңы тыуған балалар һаны кәмегән, 2018 йылда 47 меңдән ашыу бала тыуһа, 2019 йылда тыуым 5000 сабыйға аҙыраҡ теркәлгән. 2020 йылда ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел, 41488 бала донъяға ауаз һалған. Белгестәрҙең фекеренсә, бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙар һанының кәмеүе һәм социаль факторҙар бындай тенденцияның төп сәбәбе булып тора.
Илдә демографик хәлдең насарайыуы яңылыҡ түгел, тыуымдың кәмеүе уҙған быуаттың 90-сы йылдарында ла күҙәтелә. 2000 йылдарға яңы тыуған сабыйҙар һаны күбәйә башлай. 2014 йылда республикала тыуым иң юғары нөктәгә етеп, 60 меңгә яҡын сабый донъяға килә.
Төбәктәге демографик хәлгә йоғонто яһаған төп факторҙарҙың береһе – бала табыу йәшендәге ҡатын-ҡыҙҙың кәмеүе. Белгестәр фекеренсә, 2010 йылға тиклем 20–29 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны үҫеш кисерә. 80-се йылдарҙа тыуған күп һанлы быуын тыуым кимәленә ыңғай йоғонто яһай. Ә 2010 йылдан репродуктив йәштән сығып, аҙ һанлы 90-сы йылдар быуыны менән алмашына. Был фактор киләһе 15-20 йылға ла тәьҫир итәсәк, тип иҫәпләй белгестәр.
Бер йыл элек төбәктә репродуктив йәштәге 934 мең ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән, 13 йыл эсендә уларҙың һаны 200 меңгә кәмегән. 2016 йылда 20–29 йәшлек әсәләргә республикала тыуған сабыйҙарҙың 31 проценты тура килһә, 2024 йылға был күрһәткес 22,7 процентҡа кәмейәсәк, тип фаразлана.
Белгестәрҙе, тәү сиратта, дөйөм күрһәткестә ғаиләлә беренсе булып тыуған балалар һанының кәмеүе борсой. БР Социаль страховка фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, 2007 йылда тыуған сабыйҙарҙың яртыһы ғаиләлә беренсе бала булһа, бөгөн был күрһәткес күпкә түбән.
Иҡтисади көрсөк шарттарында яңы өйләнешкән парҙар бала табырға атлығып бармай. Түбән эш хаҡы, социаль уңайлыҡтарҙың булмауы, торлаҡ, ер биләмәһе алыуҙағы кәртәләр йәштәрҙе бала табыу йәшендә ата-әсә булыу теләгенән баш тартырға мәжбүр итә.
Былтыр 2015 йылдан алып тәүге тапҡыр Башҡортостанда тыуымдың дөйөм коэффициенты үҫеше теркәлгән. Күрһәткестең артыуы ғаиләләрҙә өсөнсө һәм артабанғы булып донъяға килгән сабыйҙарҙың күбәйеүенә бәйле. Быға 2020–2024 йылдарға ҡабул ителгән тыуымды арттырыу буйынса “юл карта”һы булышлыҡ итте, тип билдәләй белгестәр.
Дөйөм халыҡ фронты эксперттары, тикшереүҙәр үткәреп, шуны асыҡлаған: ғаиләләге финанс ауырлыҡтары арҡаһында, уҡыусыларҙың 48 проценты түләүле экскурсия һәм походтарға бара алмай, 31 процент баланың әүҙем ял өсөн кәрәк-ярағы (велосипед, роликлы коньки һ.б.) юҡ, ишле ғаиләлә үҫкәндәрҙең 68 проценты секция һәм түңәрәктәргә йөрөмәй.
Республикала күҙәтелгән “демографик соҡор”ҙоң йәнә бер сәбәбе – миграция күренеше. Башҡортостан халҡы күпләп ситкә күсеп китә. Был айырыуса һуңғы йылдарҙа ныҡ күҙәтелә.
Тикшереүҙәр шуны асыҡлаған: республиканан сит төбәктәргә күсеп китеүселәр – башлыса 15–29 йәшлек кешеләр. Улар араһында ҡатын-ҡыҙ күберәк.
Йәш белгестәр, республикала лайыҡлы эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урынын таба алмайынса, ситкә китергә мәжбүр. Шулай уҡ йәштәрҙе үҫешкән социаль-инфраструктуралы ҙур ҡалалар йәлеп итә.
Төбәк-ара миграциянан тыш, республика биләмәһендәге эске миграция ла демография күрһәткесенә кире йоғонто яһай.
Ғәмәлдә ҡалала һәм ауыл ерендә йәшәгән ирҙәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡапма-ҡаршылыҡ күҙәтелә, йәғни ауыл ерендә күберәк – ир-ат, ә ҡалала ҡатын-ҡыҙ йәшәй.
Әлбиттә, бар донъяны хәүефкә һалған коронавирус инфекцияһының таралыуы ла демографияға тәьҫир итте. Белгестәр фекеренсә, ғәҙәттә эпидемияларҙан һуң, “ауырлы булыуҙа тәнәфес” күҙәтелә һәм тыуым 15-20 процентҡа кәмей. “Демографик соҡорҙоң” тәрәнлеге пандемиянан һуңғы көрсөктөң тәрәнлегенә бәйле буласаҡ.
Рәсәй Президентының “май” указдарында билдәләнгән “Демография” милли проекты ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Әсәлек капиталы программаһын артабан ғәмәлгә ашырыу, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә беренсе сабыйҙары тыуғанда айлыҡ пособие түләү, балалы ғаиләләр өсөн ташламалы ипотека кредиты программаһын тормошҡа ашырыу, балалар баҡсаларына сиратты бөтөрөү, шулай уҡ балалар өсөн медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәрен арттырыу маҡсатында федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленә.
Республикала, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа балалы ғаиләләргә айырым иғтибар бирелә, ошо маҡсатта йыл һайын бюджеттан 10 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтелә, быйыл ул 16,7 миллиард һум тәшкил итәсәк. Социаль ярҙам буйынса федераль сараларға өҫтәмәләр ҙә индерелгән.
Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, демографик хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртеүгә йүнәлтелгән маҡсатлы эштәр халыҡтың репродуктив һаулығын яҡшыртыу, ярҙамсы репродуктив технологияларҙы ҡулланыуҙы халыҡҡа яҡынайтыу, йәштәр бүтән төбәктәргә күсеп китмәһен өсөн саралар күреү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу, балалы ғаилә образының абруйын күтәреү йүнәлештәре буйынса тормошҡа ашырыласаҡ.
Был саралар республикабыҙға “демографик соҡор”ҙан сығырға ярҙам итер, ишле ғаиләләр, яңы тыуған сабыйҙар һаны артыр, тип ышанайыҡ, сөнки ғаилә – тормошта иң төп ҡиммәттәрҙең береһе.
100 миллион һум бүленәсәк
Былтырғы көҙҙән республикала өс һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала, шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләгән, шәхси торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер биләмәһенә сиратта торған ғаиләләр ер майҙаны урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡса алыу мөмкинлегенә эйә булды.
Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, әле республикала күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән 15 меңдән ашыу ғаилә ер участкаһына сиратта тора, шул иҫәптән алты мең самаһы – Өфө ҡалаһында.
Быйыл ер биләмәһе урынына аҡсалата компенсация түләү өсөн республика бюджетынан 100 миллион һум аҡса бүленәсәк. Былтыр ошо маҡсатта 200 ғаиләгә йәмғеһе 50 миллион һум түләнгәйне.
Аҡсалата түләүҙе нисек алырға һәм нимәгә тотонорға? Ғаилә менән кәңәшләшеп, аҡсалата түләү алыу отошло тип тапһағыҙ, үҙегеҙ иҫәптә торған урындағы хакимиәткә ғариза яҙырға кәрәк буласаҡ.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, аҡса кешенең ҡулына бирелмәйәсәк. Һеҙ исемле сертификат аласаҡһығыҙ. Уны:
* фатир, бүлмә, шәхси йорт (төҙөлөш барған да мөмкин) һатып алыуға иғәнә;
* ер майҙаны һатып алыу өсөн ҡуллана алаһығыҙ.
Һатып алынасаҡ йорт йәки фатир республика биләмәһендә урынлашырға тейеш. Тағы ла бер мөһим мәл: ер биләмәһе алаһығыҙмы, аҡсамы – бары тик үҙегеҙ хәл итәһегеҙ. Бер кем дә тегеһен йәки быныһын һайларға мәжбүр итә алмай.
Әгәр ер участкаһы мөһимерәк тип һанаһағыҙ, муниципалитет уны мотлаҡ бирәсәк, әммә бының өсөн сиратығыҙҙы көтөргә тура киләсәк.