Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етем үҫкәндәргә баш ҡалалағы Кузнецов затоны биҫтәһендәге яңы фатирҙарҙан асҡыс тапшырҙы. Был юлы ун кеше торлаҡлы булды.
– Барығыҙҙы ла оло ҡыуаныс менән ҡотлайым һәм бәхет теләйем! Был фатир һеҙгә ғаилә ҡорорға, тормошта шатланып йәшәргә ярҙам итер тип өмөтләнәм. Беҙҙең етемдәр алдында бурысыбыҙ бар, йыл һайын улар өсөн бүленгән фатирҙар иҫәбен арттырабыҙ. Быйыл баш ҡалала ошондай 200 кеше торлаҡ асҡысы аласаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сират һаман ярайһы уҡ ҙур, шуға туҡтауһыҙ төҙөйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдың 1 ғинуарына Башҡортостанда торлаҡ алыу хоҡуғына 4538 етем эйә. Былтыр ошо категорияға ҡараған 805 кешегә фатир бирелгән.
Төбәк етәксеһе Мәғариф урамында урынлашҡан фатирҙарҙы ҡарап сыҡты, йорт туйлаусылар һәм урындағы халыҡ менән аралашты. Улар Радий Хәбировҡа биҫтәлә мәктәптәр, балалар баҡсалары, поликлиникалар етешмәүен, транспорт хәрәкәте буйынса проблемалар барлығын белдерҙе.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков әйтеүенсә, Кузнецов затонында балалар баҡсаһы төҙөлә башлаған, поликлиника өсөн бина бүленгән. Быйыл йәй аҙағына 2200 урынлыҡ мәктәп проектын әҙерләйәсәктәр, ул республикала иң ҙуры буласаҡ. Төҙөлөш көҙ башланасаҡ. Биҫтәнең үҫеш планы шулай уҡ был тарафта 2022 йылға тиклем йәмәғәт транспортының тағы алты туҡталышын булдырыуҙы күҙаллай.